Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Август 2018, 17:33

Тәбиғәтте бысратмайыҡ

Кешелектең пластик шешәләрҙе уйлап сығарыуына 50 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Бөгөн донъяла ғәйәт күп шундай һауыттар етештерелә һәм ташлана.

Шул арҡала даими рәүештә яңынан-яңы сүплектәр барлыҡҡа килә, ә диңгеҙ-океандарҙа пластик ҡалдыҡтарҙан ысын утрауҙар ҡалҡып сыға. Тәбиғәтте шулай бысратыу хайуандарға ла, ҡоштар- ға ла, балыҡтарға ла һәм, әлбиттә, кешеләргә лә зыянлы, сөнки тирә-яҡ мөхит һәм кеше һаулығы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Пластик тиҙ тарҡалмай, был процесс кәм тигәндә лә дүрт йөҙ-биш йөҙ йылға һуҙыла.

Пластик шешәләр – хәҙерге заман кешеләренең бәләһе. Әгәр кеше үҙен заманса һәм тирә-яҡ мөхит тураһында ҡай-ғыртыусы, экологик йәһәттән алдынғы ҡарашлы тип иҫәпләһә, ул пластик һауытты ырғытып ҡуйырҙан алда уйланасаҡ.

Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов ошо хаҡта бына нимә ти:

– Беҙҙең ауыл биләмәһендә дүрт сүплек бар. Уларҙың барыһы ла артығы менән тулған. Иң күп урынды пластик ҡалдыҡтар биләй. Ә бит пластикты ҡайтанан эшкәртеп, яңы изделиелар алырға, шул рәүешле ҡалдыҡтар һанын кәметергә була. Үкенескә, Мәсетле районында бының менән бер кем дә шөғөлләнмәй. Шуға күрә беҙ Мәсәғүт ауылынан эшҡыуар Марат Сафинға сыҡтыҡ.

Йәш һәм амбициялы эшҡыуар өс йыл элек икенсел сеймалды ҡайтанан эшкәртеү буйынса эш башлаған. “Таҙа планета” – ул һайлап алыу һәм преслауҙың юғары сифатын тәьмин итергә мөмкинлек биргән иң яңы ҡорамалды файҙаланып, икенсел сеймал йыйыу һәм эшкәртеүҙең яңы ысулдарын эшләү.

Уның менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә пластик ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн район үҙәгендә биш урна барлыҡҡа килде: “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәге, “Магнит”, “Вечный зов”, “Карина” магазиндары һәм казначейство бинаһы тирәһендә. Контейнерҙар пэт-шешәләр, шулай уҡ көнкүреш химияһы: шампунь, душ өсөн гелдәр, һауыт-һаба йыуыу саралары һәм башҡа һауыттары өсөн тәғәйенләнгән. Контейнерға бөкөләр һәм ҡапҡастарҙы ырғытыр-ға кәңәш ителмәй.

Йыйылған пластик икенсел файҙаланыу өсөн ҡайтанан эшкәртеү комплексына ебәре- ләсәк.

Эйе, әлегә беҙҙең халыҡ сүп-сарҙы айырым йыйыуға өйрәтелмәгән. Әлеге контейнерҙар пластик ҡалдыҡтар өсөн генә тәғәйенләнгән булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер аңһыҙ кешеләр башҡа көнкүреш ҡалдыҡтарын да урналар эргәһендә ҡалдырып китә.

Киләсәктә район кешеләре аңлыраҡ булыр һәм ваҡыт үтеү менән беҙҙә экологик мәҙәниәт үҫешер тип өмөтләнәбеҙ.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА

әҙерләне.