Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
7 Август 2018, 11:50

Сәскәләр араһында тормош

Оло Ыҡтамаҡ ауылының ҡайһы бер ихаталары иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем сәскәләргә күмелеп ултыра.

Ватолин урамында күҙҙең яуын алырлыҡ өй алды баҡсалары күп. Шуларҙың береһе – Гөлнара һәм Марат Саяровтар-ҙыҡы. Был ғаиләлә ялҡауланып ултырыу ҡабул ителмәгән. Өй алды баҡсаһы, емеш-еләк ағас-тары һәм ҡыуаҡлыҡтары, сәскә түтәлдәре – барыһы ла тәрбиәле, ыҡсым, уларҙың матурлығы менән һоҡланырға ғына ҡала.

Гөлнара Саярова Яңы Мөслим мәктәбенән һуң, Екатеринбург ҡалаһындағы техникумды, аҙаҡтан Ырымбур дәүләт университетын тамамлай. Бөгөн ул район хакимиәтендә эшләй. Ғаилә башлығы Марат “Сургутнефтегаз” ААЙ-һында төҙөлөш участкаһы начальнигы вазифаһын башҡара. “Беҙ дөйөм ятаҡта йәшәгәндә,–тип һөйләй Гөлнара,–өй, мунса, төҙөү, ҙур баҡса, сәскә ултыртыу тураһында хыяллана инек”. Һәм улар тырышлыҡтары менән маҡсатына ирешә лә. Сөнки ныҡышмалы хеҙмәт һәм түҙемлелек һәр ваҡыт бүләкләнә.

Татыу ғаилә ике ул үҫтерә. Тимур Төмән архитектура институтында уҡый. Булат Баш-ҡорт гимназияһының 5-се класын тик “бишле”гә тамамлаған. Балалар бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән. Улар – ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы.

Саяровтар ғаиләһенең ихатаһы ла иғтибарға лайыҡ. Ҡайҙа ҡарама –сәскә. Бында ябай ғына аҡ сәскә, цинния, флокс, рауза, петуния үҫә. матурлыҡтың иге-сиге юҡ! Үҫентеләр, сәскәләр, түтәлдәр өсөн бордюрҙар һәм һуҡмаҡтар тәбиғи таштан эшләнгән.

Сәскә үҫереү менән Гөлнара ун ике йылдан артыҡ шөғөлләнә. Ихатала беседка бар, унда ғаилә ағзалары бергә йыйылып, самауырҙан сәй эсергә ярата. Уның эргәһендә лә сәскә түтәле бар.

Бында һәр сәскә төптән уйлап ултыртылған: һәр береһе нәмәнелер йәшерә, йәки, киреһенсә, айырып күрһәтә. Сәскә түтәлдәре сағыу төҫтәргә күмелеп бер нисә ай дауамында хуш еҫ аңҡыта. Ошо матурлыҡҡа һоҡланып, ҡоштар һайрауын тыңлап, үҙеңдең кәйефеңде күтәрергә мөмкин.

Тырыш ғаилә сәскә генә үҫтермәй. 35 емеш-еләкле ағастан торған баҡса айырыуса һоҡландыра. Уның күп өлөшөн алма ағастары тәшкил итә, улар-ҙың бында 18 сорты бар. Шулай уҡ грушаның – ике, сливаның өс сорты үҫә. “Яҙын, ағастар сәскә атҡанда, бында бигерәк матур. Үҫентеләр беренсе йыл ентекле ҡарауҙы, һыу һибеүҙе талап итә ине. Ағастар дүрт йылдан емеш бирә башланы. Эш етәрлек. Газон үләнен аҙна һайын сабырға кәрәк”, – ти Саяровтар. Улар киләсәктә баҡсаларында урыҫ мейесен ҡуйырға хыяллана. Ер участкаһы ҙур, шуға күрә уға ла урын табылыр.

* * *

Ә күп ҡатлы йорттарҙағы кешеләр нисек йәшәй һуң? Улар-ҙың бит төҙөкләндереү өсөн ерҙәре күп түгел. Тик үҙе тирәләй матурлыҡ һәм таҙалыҡ булдырырға теләүселәр өсөн – был тотҡарлыҡ түгел. Тракт урамындағы 11-се йортта шундай энтузиасттар йәшәй. Өй тирәһендәге ихатаны төҙөкләндереү эшен Татьяна Романова башлап ебәрә. Ул йорт ишеге алды территорияһын сәскәләр менән йәмләндерә. Татьяна, уның ағаһы Сергей, ошо өйҙә йәшәүсе Любовь Ярушина үҙҙәренең аҡсаһына сәскә, буяу һатып ала. Күп нәмәне үҙ ҡулдары менән башҡаралар. Беседка ҡыйығындағы ҡауҙы, сәскәле ҡоҙоҡ, тәгәрмәстән эшләнгән аҡҡоштар иғтибарҙы йәлеп итә. Беседканы һәм ҡоҙоҡто Сергей Романов эшләгән, пластик шешәләрҙән яһалма сәскәләрҙе – Любовь Ярушина. Үләнде Сибәғәтовтар саба. Әлеге йортта йәшәүселәр беседкала ял итергә ярата. “Беҙҙең бер үтенес бар ине,–ти Татьяна. – Өй эргәһендә сүп-сар бактары ултыра, уларҙы алмаштырырға ине. Бысраҡ ваҡытта уларға яҡын килерлек түгел. Контейнерҙар эргәһендә бетон йәки асфальт ҡаплама менән махсус майҙансыҡ эшләһәләр яҡшы булыр ине”.

Арығанлыҡтан һәм йән тынысһыҙлығынан дауалаусы, яҡшы кәйеф бүләк итеүсе сәскәләр –ҡыуаныс сығанағы, тормош йәме ул. Әгәр һәр кем бер генә сәскә ултыртып үҫ- терһә лә, Ер шары матур баҡсаға әйләнәсәк. Киләсәктә гөл баҡсалары беҙҙең районда арт-ҡандан-артыр һәм бәләкәй ватаныбыҙҙы тағы ла матурыраҡ итер, тип ышанғы килә.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.