Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
6 Июль 2018, 12:11

Үләнеңде сапмаһаң, штраф түлә!

Ауыл биләмәләре өсөн иң мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләр-ҙең береһе – ауылдарҙың санитар торошо һәм уларҙы төҙөкләндереү.

Мәҫәлән, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә яҙ миҙгеле башланыу менән таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырыу буйынса эш әүҙемләште. Йәшәгән еребеҙ матурлығының нигеҙе – ул кешеләр хеҙмәте һәм тыуған яҡҡа һөйөү. Ауылдың тышҡы ҡиәфәте өсөн муниципалитет һәм халыҡ үҙе яуаплы. Ауылдарҙың тышҡы йөҙөнә күркәмлек биреү –ауыл биләмәһе башлығы өсөн ябай бурыс түгел. Урындағы властың тырышлығы һәм ул күргән саралар ғына етмәй. Ауыл халҡын территорияны таҙартыу менән шөғөлләнмәй тип әйтеп булмай: ҡайһы бер өйҙәр тирәһен ҡарап тороуы үҙе бер ләззәт. Күптәрҙең өйҙәре эргәһендәге территорияларындағы сүп үләндәрен иҫкәртеүһеҙ ҙә сабып, таҙартып тороуы һөйөндөрә, ләкин территорияларын бөтөнләй йыйыштырмаған йорт хужалары ла бар. Ҡыйшайған ситәндәр араһынан сүп үләндәре, кесерткән йәмһеҙ булып күренеп тора,уларҙың хужалары барыһына ла битараф булып тойола. Кешеләрҙең үҙ территорияларында ниндәй ҙә булһа йәшелсә культуралары йәиһә сәскәләр ултыртырға мөмкинселектәре юҡ икән, исмаһам, сығып ҡый үләндәрен генә булһа ла сабырға мөмкин бит.

Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә территорияны санитарияға ярашлы тотоу һәм төҙөкләндереү буйынса комиссия төҙөлгән, ул даими рәүештә рейдтарға сыға. Яңыраҡ ҡына шундай рейд булды. Урамдарҙы ҡарап сығыу һөҙөмтәләре буйынса шәхси секторҙа йәшәүсе бер нисә тиҫтә кешегә күрһәтмә тапшырылды. Әгәр бер ниндәй ҙә яуап сараһы күрелмәһә, протоколдар төҙөләсәк һәм административ түләүҙәр һалынасаҡ. Ә өйҙәрендә осрата алмағандарға ауыл биләмәһе хакимиәте почта йәшниктәренә белдереү ҡағыҙҙары һаласаҡ, был ҡағыҙҙарҙа ул халыҡтан үҙ хужалыҡтары тирәһендәге территорияларҙы автомобиль юлына тиклем сабыуҙарын һәм башҡаса сүп үләндәре баҫыуына юл ҡуймауҙарын үтенеп һорай.

Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап шуны әйтке килә, әгәр һәр беребеҙ үҙ өйө тирәләй, урамында таҙалыҡ һәм тәртип тотоу кәрәклеген аңламаһа, бер ниндәй ҙә йәмәғәт шәмбе өмәләре һөҙөмтә бирмәйәсәк. Бөгөн эшләргә тейешлене иртәгәгә ҡалдырырға кәрәкмәй.


Әйткәндәй:

6.3-сө статья. Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоу.

(БР-ҙың 2014 йылдың 29 декабрендәге 172-3 һанлы Законы редакцияһында)

2. Әлеге статьяның 1-се өлөшөндә ҡаралған ҡағиҙәләрҙән тыш, башҡа торама пункттар территорияларын төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоу, әгәр был ҡылыҡ әлеге Кодекс менән ҡаралған хоҡуҡ боҙоу булып тормаһа, граждандарға – 500-ҙән 1000 һумға; вазифалы кешеләргә – 2000-дән 3000 һумға; юридик ойошмаларға 20000-дән 30000 һумға тиклем административ штраф һалыныуға килтерә.


Гүзәл ЮНЫСОВА,

Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең төҙөкләндереү буйынса белгесе.