Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Июнь 2018, 18:53

Әләгәҙ ауылы ихатаһын төҙөкләндереү

“2018-2022 йылдарҙа Баш-ҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы территорияһында хәҙерге заман ҡала мөхитен ойоштороу” муниципаль программаһына ярашлы рәүештә 2018 йылда Әләгәҙ ауылының Совет урамындағы йорт территорияһын төҙөкләндереү эштәре үткәреләсәк.

Эштәр ике күп фатирлы өйгә ҡағыла һәм йорт юлы япмаһын яңыртыу юлы менән күп фатирлы өйҙөң йорт территорияһының торошон яҡшыртыуҙы үҙ эсенә ала. Йорт территорияһын ремонтлау майҙаны – 2563 кв.м.

Программаны тормошҡа ашырыу шарттары буйынса, төҙөкләндерелгән йорт территорияларын һәм объекттарын тәртиптә тотоу бындағы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә йөкмәтелә.

Әләгәҙ ауылының Совет урамындағы йортто төҙөкләндереү буйынса дөйөм финанслау эштәре 622,36 мең һум тәшкил итә, 519,98 мең һум – федераль, 102,38 мең – республика бюджеттарынан.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.