Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Июнь 2018, 16:16

Яңы Мөслимдә парк төҙөкләндерелә

Беҙ гәзит уҡыусыларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһының “2018 – 2022 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы территорияһында заманса ҡала мөхите формалаштырыу” муниципаль программаһы менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

2018 йылда төҙөкләндерелергә тейешле тағы ла бер объект – Яңы Мөслим ауылындағы Еңеү паркы.

Программаға ярашлы төҙөкләндерелә торған территория майҙаны 4900 кв. метр тәшкил итә. Объекттың ылыҡтырғыс һәм эстетик тышҡы йөҙөн булдырыу буйынса эштәр эскәмйәләр, балалар майҙансығы урынлаштырыу, тротуарҙарға асфальт түшәү һәм әлеге участканы яҡтыртыуҙы үҙ эсенә ала.

Уларҙы башҡарыуға 942, 69 мең һум сарыф ителәсәк. Шуларҙың 787,63 мең һумы федераль бюджет, 155,06 мең һумы Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә баш- ҡарыласаҡ.


Шуның менән бергә:

Башҡортостанда 44 йорт һәм ете йәмәғәт территорияһын төҙөкләндереүгә тотонғандар. Улар: Нефтекама, Межгорье ҡалалары һәм Дүртөйлө, Белорет, Ейәнсура, Архангел райондары. Ошо хаҡта һөйләне Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин “Заманса ҡала мөхите формалаштырыу” өҫтөнлөклө проектын бойом- ға ашырыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов уҙғарҙы.


Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.