Ниһайәт, ауыл тормошонда тиҫтә йылдар көтөлгән мәл – юл һалына. Асфальт түгел, әлбиттә, юлы ла тарыраҡ күренә, әммә шулай ҙа боҙ ҡуҙғалған. Оло бер күлгә әүерелгән, йәйге селләлә лә ҡоромаған бат-ҡаҡ һыулы соҡорға торба һалынған, урам уртаһына таш түгелгән, өҫтө ҡом-гравий менән дә тигеҙләнәсәк.
“Ҡыш һалынған юлға ниндәй гарантия, соҡорланасаҡ бит,”– тип борсол-ған ҡайһы берәүҙәргә белгестәрҙең яуабы бер: “Тәүгеләй түгел, Әләгәҙ, Бор-ғатъя яҡтарын барып ҡарағыҙ, таш юл ныҡлы буласаҡ, – тип ышандыра райондың юл төҙөлөшө идаралығы эшселәре. – Бөтә эштәр ҙә проектта ҡарал-ғанса башҡарыла”.
Ә проект буйынса, ошо оста һәм тыҡрыҡта, тағы ла Совет урамының арғы осонда 428 метрҙа таш һалыу, Мәктәп урамы буйынса соҡорҙарҙы тигеҙләү ҡаралған. Бынан тыш күрше Ишәлелә лә бер аҙ юл төҙөкләндерелгәйне. Был эштәргә райондың юл фондынан 500 мең һум күләмендә аҡса бүленгән. Ауыл советы рәйесе Фаил Әхмәтшин әйтеүенсә, ауылдарҙа юл торошона иғтибар бермә-бер арта бара. Киләһе йылда ошо уҡ юл фонды финанс-тары ярҙамында Теләштең Күпер урамы һәм Тәкә ауылында 2 километр араны төҙөкләндереүгә заявка бирелгән. Тимәк, ауыл урамдарында оло техниканың шатлыҡлы гөрһөлдәүе һуң-ғыһы түгел, тигән өмөт бар.
Ә күптән түгел Теләштә ауыл клубының оло-оло тәҙрәләре яңыртылғайны. Был эш инде урындарҙағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса атҡарылды. Программа республика төбәктәрендә киң ҡолас йәйһә лә, теләштәр уның менән тәүгегә файҙаланды.
Эштең мөһим өлөшөн клуб хеҙмәткәрҙәре үҙ иңенә йөкмәне – тиҙ арала тәү сиратта талап ителгән 30 мең һум күләмендәге аҡсаны туплай алды. Юҡ, өй беренсә сыҡманы улар, ә төрлө тамаша, концерт, спектаклдәр әҙерләп күрһәтте, күрше Балаҡатай районына гастролдәргә лә йөрөп килде.
Икенсе талап – шул уҡ суммаға, йәғни тағы ла бер 30 мең һум аҡсаны туплау-ға, бағыусы йәлеп итеү. Был сумманы урындағы эшҡыуарҙар бирҙе. Шулай итеп, үҙ тырышлығы менән 60 мең һум аҡса туплаған теләштәргә район һәм республика бюджетынан 240 мең һум күләмендә финанс ярҙам бүленде.
Дәүләт ярҙамының был төрөн ауылдаштар киләһе йылда ла ҡулланмаҡсы. Насип булһа, был юлы клубтың ишектәре алмаштырыласаҡ. Тик бының өсөн программаның махсус конкурсында еңергә кәрәк, ә унда республиканың меңгә яҡын ауыл биләмәһе ҡатнаша. Ауыл үҫешенә ҡағылышлы был мәсьәлә 16 декабрҙә дөйөм йыйылышта ҡараласаҡ.
Гөлнара Хатмуллина, Теләш ауылы.