Уйын майҙансығын төҙөү Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев ярҙамында мөмкин булды, ул район үҙәге һайлаусыларының наказдарын үтәү өсөн 140 мең һум бүлде. Ошо сығымдарға хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап биреүсе, сертификацияланған завод ҡорамалдары һатып алынды.
Оло Ыҡтамаҡ ауыл Хакимиәте башлығы Радик Ғәләүетдинов һүҙҙәренсә, ҡорамалдарҙы монтажлауҙа ауыл кешеләре Наил Кинйәбаев, Азамат Ситдиҡов, Александр Фәттәхов һәм Илсур Хафизов ғәйәт ҙур ярҙам күрһәткән. Майҙансыҡты кәртәләү өсөн металл конструкция ауыл Советы иҫәбенә һатып алынған.
Хәҙер яҡын-тирә урамдарҙағы балаларҙың саф һауала ваҡыттарын күңелле итеп үткәрергә урындары бар.