Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Сентябрь 2017, 02:00

Ә беҙҙең тәҙрәнән матур майҙансыҡ күренә!

Район үҙәгендә тағы ла бер балалар майҙансығы барлыҡҡа килде. Зөһрә ҒӘНИЕВА. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең ауылдарҙа дәүләт ярҙамы һәм халыҡтың үҙенең әүҙемлеге менән матур, сағыу майҙансыҡтар төҙөлә. Ике ҙур торама пункт, шул иҫәптән район үҙәге, һәм ике ауыл ингән Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе территорияһында ғына 11 урында уйын ҡорамалдары ҡуйылған. Һуңғыһы Тыныслыҡ урамында барлыҡҡа килде һәм шунда уҡ балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең яратҡан урынына әйләнде – көндөҙ май-ҙансыҡ бер ҡасан да буш тормай. Халыҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең май-ҙансыҡ ҡуйыу тураһындағы хәбәрен ҡыуанып ҡабул итте һәм территорияны төҙөкләндереү маҡсаты менән (кәңәшләшкәндән һуң) төҙөлөш материалдарын һатып алыу өсөн үҙҙәре аҡса йыйырға хәл итте. Бында инициатива төркөмө эшен шунда уҡ яҡлап сыҡҡан Тыныслыҡ урамындағы 11-се йорттоң рәйесе Нурзилә Собханғолованы билдәләп үтергә кәрәк. Эскәмйәләр һәм урналар менән шәхси эшҡыуар Денис Таҫмағолов тәьмин итте, ә Илсур Хафизов (“Добрый” магазины) ҡулайлы хаҡтар менән төҙөлөш материалдарын һатып алыуҙа ярҙам күрһәтте, шулай уҡ аҡсалата ла булышты. Материалдар һатып алыуға бөтә граждандар ҙа тиерлек үҙ өлөшөн индерҙе, бигерәк тә 11-се йортта йәшәүселәр айырылып торҙо. Бөтәһе 12 мең һумға яҡын аҡса йыйылды. Өмәләрҙә Тыныслыҡ урамында йәшәүселәрҙең күбеһе ҡатнашты. Бигерәк тә Евгений һәм Лилиә Минко ғаиләһен, Топычкановтарҙы, шулай уҡ иретеп йәбештереүсе Фәнил Бәшировты, Артур Камаловты, Илмир Ғибәҙуллинды, Руслан Дилмөхәмәтовты, Рида Вәхитованы билдәләп үтке килә. Эштәрҙе башлар алдынан ауыл советы хеҙмәткәрҙәре иҫке майҙансыҡты һүтеп алды, ерҙе тигеҙләне, өс КамАЗ ҡом килтерҙе, балалар майҙансығын ҡуй- ҙы. Киләсәктә территорияға ут үткәреү, йәйәүлеләр үткәүеле билдәһен ҡуйыу планлаштырыла. Майҙансыҡ ҡуйылды, территория кәртәләнде. Ләкин Тыныслыҡ урамы халҡы бының менән генә туҡтап ҡалырға уйламай: улар майҙансыҡты үҙҙәре эшләгән предметтар менән байы- тырға, бөтә эштәр ҙә тамамланғас, тантаналы рәүештә асырға ниәтләй. Үткән йыл шундай уҡ инициативаны Салйоғот ауылы халҡы күрһәткән ине. Майҙансыҡ урыны итеп элекке башланғыс мәктәп баҡсаһы һайланды. Бер көн алдан территорияны ағастар-ҙан, сүп-сарҙан таҙарттылар, кәртәләнеләр һәм буяттылар. Бағаналар һәм штакетниктар һатып алыу өсөн инициатива төркөмө халыҡтан аҡса йыйҙы. Салйоғоттар төҙөлөш материалдарын һатып алыуҙа ихлас ярҙам күрһәтте. Күптәренең балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бер генә пенсионерҙың да ситтә ҡалмауын билдәләп үтергә кәрәк. Эш педагогик хеҙмәт ветераны Линиза Ҡотлоева ярҙамында ойошторолдо. Өмәгә Ғатауллиндар, Зиннуровтар, Миндиәхмәтовтар, Ғәниевтар ғаиләләре, Ринат Бәҙретдинов, Өлфәт Гәрәев, Илдар Мөхәмәтов, Финаил Миндиәхмәтов, Дмитрий Дульцев, Алексей Клычев, Алексей Ковин, Гөлсирә Сибәғәтуллина, Гүзәл Алилуева, Фаил Саҙрыев, Илфат Мөхәмәҙиев, шулай уҡ уҡыусылар сыҡты. Пенсионерҙар Зөлфиә Зиннурова һәм Валерьян Миндибаев ҙур ярҙам күрһәтте. Сүп-сарҙы Ғаяз Ҡорбанов шәхси тракторында сығарҙы, Ландыш Миндиәхмәтов цемент бирҙе, ә Илфат Әхмәҙуллин – “бәшмәк”те ҡуйыу өсөн торба. Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов әйтеүенсә, быйыл ҡуйылған ике майҙансыҡ (берәүһе Башҡорт гимназияһы йортонда) ауыл биләмәһе аҡсаһына һатып алын-ған. РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ярҙамында һатып алынған тағы ла бер конструкция Йәйғор урамына ҡуйыласаҡ. Балалар майҙансыҡтарының бөтәһенең дә заманса хәүефһеҙлек нормаларына тап килеүен билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙы етештереү Һамар ҡалаһы заводында тейешле белгестәр тарафынан контролдә тотола.Ошо изге эшкә башҡалар ҙа ҡушылыр һәм бөтә майҙансыҡтар кәртәләнер, тип уйлайбыҙ.