Тәбиғәт һәм беҙ
29 Июля , 07:10

Ямғыр, дауыл һәм боҙ-борсаҡ

Яуым-төшөм һәм һауа шарттары сюрприздар килтерә Һуңғы ваҡытта һауа торошо көндә яуған ямғыры, боҙ-борсағы, көслө дауылы менән халыҡты аптырата. Был күренештәрҙең береһе лә эҙемтәһеҙ ҡалмай.

Ямғыр, дауыл һәм боҙ-борсаҡЯмғыр, дауыл һәм боҙ-борсаҡ
Ямғыр, дауыл һәм боҙ-борсаҡ

Һыу баҫты
Мәҫәлән, 19 июлдә Пермь крайы территорияһында Сарс йылғаһы һыуының дамбанан сығыуы тураһында мәғлүмәт килә. Һыу Башҡортостан сиге яғына көслө ағым менән аға.
Асҡын районында Сарс йылғаһында һыу кимәле 1,5 метрҙан ашыуға күтәрелә. Үршиҙе, Сураш һәм Солтанбәк ауылдарында бөтәһе 102 йорт яны территорияһы һыу аҫтында ҡала, уларҙан 162 кеше, шул иҫәптән 34 бала эвакуациялана.
Ғәҙәттән тыш хәл төбәк властарынан көстәрҙе максималь туплауҙы, аныҡ координацияны һәм оператив яуап биреүҙе талап итә. Урындағы хәлде күҙәтеү һәм халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды, 26-сы янғын-ҡотҡарыу отряды, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының пилотһыҙ авиация системалары белгестәре, шулай уҡ башҡа ашығыс оператив хеҙмәттәр вәкилдәре, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре килде. Эштәрҙе башҡарыуға бөтәһе 40 кеше һәм 17 берәмек техника йәлеп ителде.
Һыу баҫҡан ауылдарҙа хәлде контролдә тотоу өсөн гидрологик постар ҡуйылды, һыу кимәлен күҙәтеү тәүлек әйләнәһенә ике сәғәт һайын алып барыла.
23 июлгә мәғлүмәттәр буйынса Асҡын районында хәл тотороҡланған – һыу ярҙарына кире ҡайтҡан.
Әммә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусыларының эше дауам итә. Төп көс ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүҙә халыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Ҡотҡарыусылар адреслы ярҙам күрһәтә, һыу баҫҡан биналарҙан һыуҙы һурҙыра һәм биләмәләрҙе тәртипкә килтерергә ярҙам итә.
Зыянды баһалау менән махсус комиссия шөғөлләнә, ул ике аҙна дауамында эшләйәсәк. Комиссия зыян күргән ихаталарҙы тикшерә һәм артабан компенсация тураһында ҡарар ҡабул итә.

Шул арала
Республика властары тәбиғәт афәттәренә тиҙ арала яуап бирергә әҙер.
2025 йылдың апрелендә Архангел районының Аҙау ауылында ташҡындан һуң тормош тергеҙелде. Етди зыян килде: юлдар йыуылды, ҡоймалар емерелде, боҙ йорттарға инде, малдар һәләк булды, мөлкәт юҡҡа сыҡты. Ҙур һыу ауылға етеү менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шунда уҡ хәлде айырым контролгә алды. Властар кеше ҡорбандарына юл ҡуймау һәм тәбиғәттең ауыр эҙемтәләрен кәметеү өсөн бөтә кәрәкле сараларҙы күрҙе.
Ә 2024 йылдың йәйендә көслө ямғырҙан һуң Белорет районының Шушпа һәм Ар ташы гидропостары янында, Бөрйән районының Иҫке Собхан- ғол ауылдарында Ағиҙел йылғаһы ярҙарынан сыҡты, ауыл хужалығы ерҙәрен, юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫты. Ул саҡта төбәк Башлығы район биләмәләрендә һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле бер нисә йөкләмә бирҙе. Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Йәрмәкәй, Салауат һәм Учалы райондарында 22 километр автомобиль юлы, 24 күпер, шулай уҡ өс һыу үткәргес торба зыян күрҙе. Ул саҡта республиканың Транспорт министрлығы тергеҙеү эштәренә өҫтәмә аҡса бүлде. БР Ауыл хужалығы министрлығы ямғырҙан зыян күргән райондарҙа йәшәүселәргә бесән һатып алыу өсөн кәрәкле сумманы билдәләне.
Радий Хәбиров төбәктәге ташҡын хәленә даими комментарийҙарында властарҙың стихияға кисекмәҫтән яуап бирергә һәм халыҡҡа һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәләре барышында ул республиканың кешеләрҙе бәләлә ҡалдырмауына иғтибарҙы йүнәлтә. Республика Башлығының власть органдарына өндәшеүе һәр саҡ аныҡ яңғырай: һәр төрлө хәлгә әҙер булырға, ҡуйылған бурыстарҙы ойошҡан рәүештә үтәргә һәм зыян күргән райондарҙа ғәҙәти тормошто тиҙ арала тергеҙеп, кешеләрҙең борсолоуҙарын кәметергә.
* * *
Әйҙә һыу кимәле
21 июлдә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов, юғары һыу кимәле Әй (Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы янында – 167 см, Мәсәғүт ауылы янында – 135 см) һәм Йүрүҙән йыл- ғаларында, шулай уҡ башҡа тау һәм дала йылғаларында артыуы билдәләнде, тип хәбәр итте.
* * *
Дауыл ҡоторҙо
Шул уҡ ваҡытта, 20 июлдә Мәсетле районы биләмәһендә көслө дауыл уҙҙы. Ул оҙаҡҡа барманы, әммә Оло Ыҡтамаҡ һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылдары араһындағы юл буйында бер нисә ағасты тамырынан йыҡты.
Көслө ел районға беренсе тапҡыр зыян килтермәй. Июль башында Йонос ауылында йәшенле дауыл уҙғайны. Көслө ел урындағы клубтың ҡыйығының бер өлөшөн аҡтарҙы. Мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡадирова, район Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов, шулай уҡ Азамат Ситдиҡов һәм Владик Таҫмағоловтың оператив ярҙамы арҡаһында эҙемтәләрҙе тиҙ арала бөтөрөү мөмкин булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хәүеф янағанда ашығыс хеҙмәттәрҙең 112 номерына шылтыратығыҙ!

Автор: