

Сәскәләргә һәм үҫемлектәргә һөйөү Лилиә Фидаил ҡыҙында бәләкәйҙән уяна. Лайыҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан шөғөлөнә ваҡытын күберәк бүлә башлай.
Ҡатындың һөнәре лә хәстәрлек һәм йылылыҡ менән бәйле була: ул күп йылдар Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Светлячок” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Башланғыс белемде Әләгәҙ һәм Яңы Балаҡатай мәктәптәрендә ала, һөнәрҙе Мәсәғүт педагогия училищеһында (хәҙер – колледж) үҙләштерә.
Хәстәрлек һәм күңел йылыһы бүләк итеү – Лилиә Фидаил ҡыҙының ҡанында. Шуға күрә уның пенсиялағы барлыҡ изге ынтылыштарын ижадҡа йүнәлтеүе ғәжәп түгел.
– Бала саҡта яҙҙан мин йыш ҡына күршеләргә инеп, уларҙың үҫентеләр ултыртҡанын көтә инем, – тип иҫенә төшөрә ҡатын. – Бөтә ҡалған – уларға кәрәкмәгән көс-һөҙ йәиһә артыҡ үҫентеләрҙе өйгә алып ҡайтам. Ултыртам, тәрбиәләйем һәм бәләкәй генә үҫентенән көслө үҫемлек үҫеп сығыуын күреп ҡыуанып бөтә алмайым. Үҙемде белгәндән алып мин ергә тартылдым.
Элек ғәҙәти булмаған сорттарҙы табыу бик ауыр була, әммә ул быға ирешә. Тәүге һирәк экземплярҙар – Литванан алынған сортлы тюльпандар, гладиолустар һәм георгиндар. Ул саҡта беҙҙә был сәскәләрҙе һирәк осратырға мөмкин ине. Ваҡыт үтеү менән Лилиә Фидаил ҡыҙының коллекцияһы киңәйә. Әммә хәҙер ҙә сәскә үҫтереүсенең яратҡан сәскәләре булып георгиндар ҡала, улар яҡынса 200 төр иҫәпләнә.
– Был сәскәләрҙе йыл һайын биш йөҙ ҡыуаҡҡа тиклем ултыртам, был бер участкала ғына түгел – өс урында: әсәйемдең баҡсаһында, элекке дачала һәм үҙемдә, – ти ул. – Георгиндарҙың гөрләп сәскә ата башлауы – иң һоҡлан-дырғыс мәл. Тормош иптәшем, рәт араһынан үтеп, төҫтәрҙең төрлөлөгөнә ҡараны ла: “Эйе, был иҫ китмәле матурлыҡ янынан үтеү өсөн ғинуарҙан бирле улар менән мәшәҡәтләнеү быға торошло”, – тине.
Бынан тыш, Лилиә Хажиева уларҙы үрсетеү менән мауыға, ул тупраҡҡа күсерелгән үренделәрҙең тамырҙары барлыҡҡа килеүен күҙәтә. Йәйгеһен биш йөҙ ҡыуаҡ алыу өсөн, көҙҙән үк күп көс һалырға ла кәрәк.
– Көҙ көнө тамырҙарын ҡаҙып алам, йыуам, киптерәм. Өлөштәргә бүләм, һуңынан “Максим” препараты йәиһә марганцовка менән эшкәртәм, тағы бер тәүлек киптерәм һәм һаҡлауға ҡуям. Биҙрәләрҙә йылға ҡомонда йәиһә тоҡҡа ағас юнысҡыһы һалып баҙҙа һаҡлайым. Айына бер тапҡыр бүленгән тамырҙарҙы тикшерәм. Һирәк сорттың серей башлауын күрһәм – реанимация эшләй башлайым: уларҙы тупраҡ менән көршәккә ултыртам һәм сыбыҡсаларҙы киҫәм. Һәйбәтерәк үҫһен өсөн “Фертика”, “Эпин” һиптерәм, ваҡыты-ваҡыты менән аҫҡы һабаҡтарын алып ташлайым, – ти Лилиә Фидаил ҡыҙы.
Георгиндарҙан башҡа ла баҡсаһында күҙ яуын алырлыҡ астра, гладиолус, гортензия, роза, флокс, петуния, колеус, хризантема һәм иҫәпһеҙ күп кенә бер йыллыҡ сәскәләр үҫтерә ул. Емеш-еләк тә бихисап: алма, груша, сейә, ҡарағат, крыжовник, шулай уҡ Бульдонеж декоратив балан ҡыуағы.
Был ҙур хужалыҡты яңғыҙ ғына атҡарып сығыу мөмкин түгел. Бәхеткә күрә, Лилиә Фидаил ҡыҙының тылы ышаныслы. Был сәскәләр батшалығында уға иң яҡын кешеләр – ире Әлфрит Йәсәүи улы һәм ҡыҙы Виктория ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта күркәм шөғөл баҡсасыға аралашыу ҙа килтерә.
– Мессенджерҙарҙа баҡсасылыҡ буйынса бер нисә төркөмдә, шул иҫәптән урындағы “Баҡса баҙары” төркөмөндә торам. Унда ҡатнашыусылар тәжрибәләре һәм кәңәштәре менән уртаҡлаша, бының өсөн уларға ҙур рәхмәт! – ти Лилиә Фидаил ҡыҙы.
Ә ер эшенән ял иткәндә, ҡул эштәренә тотона. Лилиә Хажиеваның тағы ла бер яратҡан эше – бәйләү. Бында ла ул яҡындары хаҡында хәстәрлек күрә. Бәләкәй балаларға костюмдар, комбинезондар һәм пинеткалар бәйләй, МХО яугирҙарына йылы ойоҡ әҙерләй.
Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.