Ирина Александровна Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. 1995 йылда Мәскәү дәүләт урман университетын тамамлаған, бала саҡтан баҡсасылыҡ менән мауыға. Әсәһе, белеме буйынса агроном, унда ергә һәм үҫемлектәргә һөйөү тәрбиәләй. Университетты тамамлаған ҡыҙ үҙенең мауығыуын ташламай, киреһенсә, уны ғүмерлек эшенә әйләндерә.
Ун йыллап элек ул үҙенең “Вега” хужалыҡ тауарҙары магазинында “Баҡсасылыҡ” тигән бәләкәй генә бүлек булдыра, унда үҫемлектәрҙе тәрбиәләү өсөн кәрәкле бөтә нәмә һатыла. Ваҡыт үтеү менән, мауығыуы һәм профессионализмы арҡа-һында, ул ҙур бүлеккә тиклем үҫә, баҡсасылар өсөн яратҡан урынға әйләнә. Әммә Ирина Александровна өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмай. Ул күберәк эш башҡарырға теләй: үҫемлектәр менән уртаҡлаша алырлыҡ урын булдырыу ниәте менән яна башлай.
“Үҫемлектәр китапханаһы” идеяһы үҙенән-үҙе килә.
– Күмәртәләп алыу базаһынан килтерелгән ҡайһы бер үҫемлектәрҙең насар торошта булыуы һәм тамыр йәйә алмауы проблемаһы менән йыш осраштыҡ, – тип һөйләй Ирина Александровна. – Һатып алыусылар сифатлы ултыртыу материалын алырға теләй. Шул саҡта, ә ниңә үҫемлектәрҙе китапханалағы кеүек алмаштырмаҫҡа, тигән уй килде.
Шулай итеп, быйыл йәй башында “Вега”ла “Үҫемлектәр китапханаһы” асылды. Уның эш принцибы ябай: теләгән һәр кем артыҡ үҫентеләрен, бүлмә гөлдәрен килтереп, уларҙы бында ҡалдыра, шул уҡ ваҡытта башҡалар ҡалдырған үҫемлектәр араһынан үҙҙәренә оҡшағанды һайлап ала. Был бигерәк тә баҡсасылыҡта яңы ғына үҙ юлын башлаған йәиһә һирәк һәм ҡыҙыҡлы сорттар эҙләгән кешеләр өсөн уңайлы.
Ирина Скрябина һүҙҙәренсә, “китапхана” ҙур популярлыҡ менән файҙалана:
– Был урын тураһында белгәндәрҙең күбеһе беҙҙең хәрәкәткә ҡушыла: алып киләләр, алалар, бирәләр. Ҡайһы берҙә “китапхана” тулып китә. Бигерәк тә яҙ көнө, кешеләр үҫентеләр ултыртып, артығын ташларға йәлләгәндә. Көҙгә һорау кәмей, әммә “китапхана” барыбер йыл әйләнәһенә эшләйәсәк.
Был урында үҫемлектәр оҙаҡ тормай, сөнки WhatsApp мессенджерындағы “Баҡса баҙары” (“Садовый базарчик”) чатында ҡатнашыусылар әүҙем аралашып, үҫемлектәре менән алмашыу тураһында үҙ-ара һөйләшеп килешә.
– Мин майҙансыҡ ойошторҙом, ә чат – алмашыу тураһында һөйләшеп була торған урын. Әгәр берәйһе “китапхана”ға үҫемлек ҡалдырырға булһа, төркөмдә яҙа ала. Һәр үҫемлек өсөн тиҙ арала яңы хужа табыла. Һулыу йәиһә ҡороу осраҡтары бик һирәк, – тип аңлата Ирина Александровна.
Ирина Скрябина нигеҙ булдырыу өсөн тәүҙә егермегә яҡын үҫемлек алып килә. Яйлап уға коллегалары һәм башҡа баҡсасылар ҡушыла, һәм “китапхана” үҙ тормошо менән йәшәй башлай. Бөгөн китапханала сәскәләр һәм үҫентеләр генә түгел, емеш-еләк культуралары ла табырға мөмкин. “Китапхана” баҡсасылар өсөн бик яҡшы майҙансыҡ булып хеҙмәт итә.
Ҡатын үҙе үҫемлектәрҙең киң спектры менән мауыға, уның йорто территорияһында уларҙың 50-нән ашыу төрө бар. Ул декоратив ағастар һәм ҡыуаҡтар үҫтерергә ярата: артыш, тал, тсугу, эрбет, барбарис, спирея, зәңгәр шыршы, пузыреплодник һәм башҡалар. Әлбиттә, һәр кемдең яратҡан үҫемлеге була, ә оҫтаның баҡсаһында ул – биш төрҙәге тал. Тағы ла бер яратҡан үҫемлеге – очиток, уның 10-дан ашыу төрө үҫә. Биш йыл элек Ирина Александровна сортлы помидорҙар менән мауыға башлай. Уларҙы Миттлайдер технологияһы буйынса эшләнгән теплицала үҫтерә. “Батяня”, “Толстопуз”, “Пузата хата”, “Золотые купола”, “Эльф” һәм башҡа сорттарға айырыуса иғтибар бирә. Ҡатын 1,2 килограмм ауырлыҡтағы помидорҙы үҙенең шәхси рекорды тип иҫәпләй.
Урман хужалығы, баҡса-парк төҙөлөшө буйынса белеме һәм күп йыллыҡ тәжрибәһе булған Ирина Александровна айырыуса ҡаты климат шарттарында районлаштырылған сорттарҙы һайлауҙың мөһимлеген билдәләй:
– Мин ҡасандыр “Рәсәй почтаһы” аша яҙҙырып алған рододендронды үҙемдең ғәҙәти булмаған һатып алыуым тип иҫәпләйем, был ҡыуаҡҡа беҙҙең ҡаты климат шарттарында үҫеү ауыр. Ҡыуаҡ кеүек үҫкән тсуга ағасы беҙҙең климатта яҡшы тамыр йәйҙе. Интернет селтәрендә һатылған әйберҙәр, әгәр ул көньяҡ төбәктәр өсөн тәғәйенләнһә, беҙҙә үҫмәүе лә ихтимал. Ә “китапхана” үҫемлектәре, әгәр кемдәлер яҡшы үҫһә, тимәк, яңы хужала ла тамыр ебәрәсәк.
Ирина Скрябинаның уңышлы баҡсасылыҡ сере ябай: үҫемлектәргә һөйөү һәм даими хәстәрлек, шулай уҡ оҙайлы ашламалар ҡулланыу.
“Үҫемлектәр китапханаһы” – үҫемлектәр менән алмашыу урыны ғына түгел, ул тәбиғәткә һөйөү һәм тәжрибә уртаҡлашыу теләге менән булдырылған, күп кешеләргә файҙа килтерә алған уникаль берләшмә. Был урында һәр кем үҙе өсөн нимәлер таба ала.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.