Ләйсән Раиф ҡыҙының сәскәләргә һөйөүе бала сағында, әсәһенә баҡса үҫтереүҙә ярҙам иткәндә, барлыҡҡа килә. 11 йыл элек фатирҙан шәхси йортҡа күсеп, биш йыл элек участкаһын әүҙем төҙөкләндерә башлай. Ул үҙенең генә түгел, шулай уҡ атаһының йорт тирәһендәге сәскәләрҙе һәм баҡсаны хәстәрләп тора.
Хужабикәнең ихатаһында ысын сәскәләр төрлөлөгө хакимлыҡ итә. Бында гортензия, роза, пион, хризантема, ҡәнәфер, камнеломка, флоксы, канна, калла һәм башҡа бихисап сәскәләрҙе күрергә мөмкин. Барыһын да һанап сығыу мөмкин түгел. Гөл үҫтереүсе оҫта халыҡ телендә яран тип йөрөтөлгән пеларгонияларҙы айырыуса ярата. Талапсан булмаған, өҙлөкһөҙ сәскә атыуы менән ҡыуандырған был үҫемлектең 20-гә яҡын төрө бар коллекцияһында. Ә ғәҙәти булмаған гөлдәренең береһе – Төркиәнән килгән көньяҡ сәскәһе. Бугенвиллияны ҡунаҡта күреп, үҫентене баҙарҙа һатып ала һәм уңышлы үҫтерә.
Сәскәләргә һөйөүҙе Ләйсән Раиф ҡыҙы үҙенең кесе ҡыҙында ла тәрбиәләй. Ҡыҙы баҡсала ярҙам итергә ярата.
Хужабикә үҙенең баҡсаһының ауыл биләмәһендә иң яҡшыһы тип танылғанын белмәй. Был хаҡта ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре әйтә һәм бүләккә кашпо тапшыра.
Ләйсән Раиф ҡыҙы һәләтле баҡсасы ғына түгел, ә рухландырыусы педагог та. Гимназияла рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатын үҙенең кабинетын тере тәбиғәт мөйөшөнә әйләндерә һәм коллегаларын да дәртләндерә. Бер аҙҙан бугенвиллияларын бында ла күсереп ултырта.
Ләйсән үҙенең уңышының серен көндәлек хеҙмәттә күрә.
– Бының менән бер аҙ “ауырырға”, үҫемлектәр хаҡында хәстәрлек күрергә, уларҙың һәр береһенә шәхсән ҡараш табырға кәрәк, – ти ул. – Тәрбиә ҡағиҙәләрен өйрәнеү, уларҙы нисек ҡарау мөһим. Хәҙер интернетта файҙалы мәғлүмәт күп, баҡсасылыҡта үҙ оҫталығыңды яҡшыртырға, блогтарҙы ҡарарға һәм тәжрибәле баҡсасыларҙың кәңәштәрен тыңларға мөмкин.
Йәйге айҙарҙа ҡатын сәскәләре тураһында хәстәрлек күрә, ә ҡыш гөл-сәскәле баҡсаһын һағына. Хыялы ҡышҡы оранжерея булдырыу. Унда йыл әйләнәһенә сәскәләрҙән ләззәт алырға һәм тирә-яҡтағыларға матурлыҡ бүләк итергә мөмкин буласаҡ.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.