Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
30 Апрель 2025, 16:45

Йәшел Башҡортостан – республиканы йәшелләндереүгә бер аҙым

Мәсетле районында ойошмалар, учреждениелар вәкилдәрен, ирекмәндәрҙе һәм тыуған яҡ тәбиғәтен, матурлығын яратыусыларҙы берләштергән “Йәшел Башҡортостан” экология акцияһы уҙҙы.

Йәшел Башҡортостан –  республиканы йәшелләндереүгә бер аҙым
Йәшел Башҡортостан – республиканы йәшелләндереүгә бер аҙым

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, шулай уҡ Өфөнән килгән ҡунаҡ – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Әхмәтов ихлас сәләмләне. Ул инициатива күрһәткән һәм районды төҙөкләндереүгә өлөш индергән бөтә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Йәш үҫентеләр өсөн урын Оло Ыҡтамаҡ ауылының төньяҡ өлөшөндә, Мәсетле урмансылығы биләмәһендә һайланды. Урынға килеп еткәс, ҡатнашыусылар дәртләнеп эшкә тотондо. 1,3 гектар урман участкаһында 5600 ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Төшкә эш тамамланды.
Былтыр республикала “Йәшел Башҡортостан-2024” акцияһы сиктәрендә һигеҙ мең ағас, 159 мең үҫенте ултыртылды, 106 яңы тематик аллея барлыҡҡа килде. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә тематик аллея эшләнде.

Шул арала
Баҡсаларҙы таҙартыу ваҡыты етеүгә бәйле иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: үҫемлек ҡалдыҡтарын ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар контейнерҙарына һалырға ярамай. Был – төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен, шулай уҡ экологик һәм санитар-эпидемиологик талаптарҙы боҙоу. Бының өсөн ауылдарҙа үҫемлек ҡалдыҡтарын ваҡытлыса йыйыу өсөн майҙансыҡтар әҙерләнгән йәиһә ойоштороласаҡ, унда ҡалдыҡтарҙы яндырыу юлы менән утилләштерәләр.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында бындай майҙансыҡ район үҙәгенән ике километр алыҫлыҡта, иҫке сүплектән юғарыраҡ урынлашҡан. Уға япраҡ, ботаҡ һәм башҡа үҫемлек ҡалдыҡтары килтерергә мөмкин. Аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын, ҡатырға һәм полиэтилен төргәктәрҙе, ҡағыҙ, быяла, пластмасса, ҡалай банкаларҙы сығарыу тыйыла. Былар барыһы ла ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарай, улар өсөн контейнерҙар бар.
Хәҙер, республикала көҙгә тиклем янғын хәүефе осоро иғлан ителеүгә бәйле, сүп-сарҙы яндырыу тыйыла. Һабанаҡ һәм Әжекәйҙә граждандар йыйылыштарында дөйөм тауыш биреү юлы менән участкаларҙан үҫемлек ҡалдыҡтарын ваҡытлыса йыйыу май-ҙансыҡтарына сығармаҫҡа ҡарар ителде. Халыҡ уларҙы янғын хәүефе осоро тамамланғансы үҙ биләмәләрендә һаҡларға килеште, һуңынан улар ошо маҡсатҡа тәғәйенләнгән урынға алып сыға һәм яндырасаҡ.
Район хакимиәте башҡа ауылдарҙа ла шулай эшләргә кәңәш итә.
Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: