Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Марта 2025, 09:15

Аномаль йәй һәм яҙ көтәбеҙ

Ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ, дауыл, һыу баҫыу һәм ҡоролоҡ. Тағы нәмәләр көтөргә?

Добавить в предпочтительные источники Google
Аномаль йәй һәм яҙ көтәбеҙАномаль йәй һәм яҙ көтәбеҙ
Аномаль йәй һәм яҙ көтәбеҙ

Быйыл Башҡортостанда ҡыш аномаль йылы булды. Март та бығаса булмаған йылы көндәре менән ғәжәпләндерә. Ғалимдар, быйылғы йәй ҙә аномаль булыуы ихтимал тип иҫкәртә.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, марттың һуңғы аҙнаһы ла ныҡ йылы торасаҡ. Уртаса һауа температураһы дүрт градусҡа норманан юғарыраҡ буласаҡ. Апрелде лә йылы булыр тип көтәбеҙ. Көндөҙ һауа температураһы +15 градусҡа тиклем йылы торасаҡ, төндәрен – +9.

Белгестәр фекере буйынса, быйылғы йәйҙә ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ, дауыл, һыу баҫыу һәм ҡоролоҡ кеүек күренештәр булыуы ихтимал. Былтырғы йәйҙә туҡтамай яуған ямғыр һыу баҫыуға килтергәйне. Һуңғы йылдарҙа һауа шарттары үҙгәргәндән үҙгәрә, шуға күрә быйылғы йәйҙә төрлө экстремаль күренештәргә әҙер булыу кәрәк.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: