Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
10 Июнь , 10:55

Башҡортостанда 30 градус эҫе булыуы көтөлә

Алдағы көндәрҙә республикала ныҡ эҫетә, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Башҡортостанда 30 градус эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостанда 30 градус эҫе булыуы көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көслө. Һауа температураһы көндөҙ +22, +27 градус.

Шишәмбе, 11 июндә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +15, +20 градус, көнсығышта +10 градус. Көндөҙ +26, +31 градус.

Шаршамбы, 12 июндә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +15, +20 градус, көнсығышта +10 градус. Көндөҙ иһә +26, +31 градус. 

Фото

Автор:Галина Бахшиева
 
Автор: