Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
23 Мая 2024, 10:45

Килмәгәс килмәне быйыл йәй...

Синоптиктар йәнә “минуслы” һауа торошо тураһында иҫкәртә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Килмәгәс килмәне быйыл йәй...Килмәгәс килмәне быйыл йәй...
Килмәгәс килмәне быйыл йәй...

Йома, 24 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Төндә -1, -6 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк, көндөҙ һауа температураһы 10 - 15 градус ҡына.

Шәмбе, 25 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Төндә -1, -6 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк, көндөҙ һауа температураһы 18 - 23 градус.

Быйыл майҙың һуңғы декадаһында Башҡортостанда һауа температураһы норманан 4 градусҡа түбән булыуы көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: