Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Апрель 2024, 11:15

Башҡортостанда ял көндәрендә йәйгесә эҫе була

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә йәйгесә эҫе була. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 20 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ төньяҡ-көнбайышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көнсығышта +6°, көндөҙ +23, +28°.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда ял көндәрендә йәйгесә эҫе булаБашҡортостанда ял көндәрендә йәйгесә эҫе була
Башҡортостанда ял көндәрендә йәйгесә эҫе була

Йәкшәмбе, 21 апрелдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +9, +14°, көндөҙ +20, +25°.

Бөгөн яуым-төшөм булмай. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +22, +27°.

Фото:Ксения Калинина

Автор: