Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
9 Февраль , 16:00

Республикала ҡаты һыуыҡтар көтөлә

Башҡортостанда күпләп ҡар яуғандан һуң көндәрҙең һыуытыуы көтөлә, тип хәбәр итте республика синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы - 8, -13 градус.

Республикала ҡаты һыуыҡтар көтөлә
Республикала ҡаты һыуыҡтар көтөлә

Шәмбе, 10 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -16, -21, аяҙытҡанда -26 градус. Көндөҙ -12, -17 градус.

Йәкшәмбе, 11 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -22, -27, аяҙытҡанда -32 градус. Көндөҙ -12, -17 градус.

Башинформ хәбәр иткәнсә, ҡар яуыуы сәбәпле Башҡортостанда автомобиль юлдарының 30-ға яҡын участкаһында хәрәкәт сикләнгән.

 

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-09/bash-ortostanda-aty-yuy-tar-k-t-l-3636827 

Автор: