Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
16 Октябрь 2023, 11:40

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башлана

Был аҙнала Башҡортостанда 15 градусҡа тиклем йылыта, ямғыр яумай.

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башлана
Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башлана

Бөгөн, 15 октябрҙә, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5, көндөҙ +9, +14 градус була.

16 һәм 17 октябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй, ләкин урыны менән елдең көсәйеүе мөмкин. Төндә +4, +9, көндөҙ +10, +15 градус.

Йылы көндәр оҙаҡҡа һыҙылмай. Аҙна һуңында уҡ республикала температура көндөҙ 5-8 градусҡаса түбәнәйә, яуым-төшөм ихтималлығы арта.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда йылы октябрь көтөлөүен хәбәр иткәйне.

Фото

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-16/bash-ortostanda-bey-r-syua-y-bashlana-3479471 

Автор: