Бөгөн иртә менән Ишембай районының Петровское ауылында булған хәл бар республиканы тетрәндергәйне. Балаларын эйәрткән инә айыу көпә-көндөҙ кешегә ташланып, уны яраланы. Был хәл тураһында әле анығыраҡ мәғлүмәттәр билдәле булды.
Урындағы хакимиәт башлығы һөйләүенсә, ҡатын кеше ауыл урамы буйлап китеп барған. Ҡапыл ҡаршыһына балаһын эйәрткән айыу килеп сыҡҡан. Януар кеше уның балаһына зыян килтерер тип уйланымы икән, ул ҡатынға ташланған.
– Ҡатын менән айыу араһында һуғыш башлана. Ҡатын януарҙың арҡаһына һуға. Ҡайһы берәүҙәр айыу ҡулын өҙөп алған тип яҙа. Улай уҡ түгел тиҙәр, ҡулын һындырған һәм тиреһен тырнаған. Уны ашығыс ярҙам менән Ишембайға алып киттеләр, – тигән Александр Летунов.
Шулай уҡ ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ҡатын тере, хәле ауыр тип баһалана. Ә айыуға килгәндә, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунар инспектоҙары инә айыуҙы атҡан. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев һүҙҙәренсә, урман ҡунағы ауыл буйлап айыу балалары менән йөрөй. Бындай осраҡта ҡырағай йәнлек хәүефле һәм тирә-йүндәгеләргә хәүеф менән янай. Шуға күрә уны юҡ итергә хәл ителде. Тотолған айыу балаларын “Ишембай район-ҡала һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте” урындағы йәмәғәт ойошмаһына тапшырыу күҙаллана.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.