Көҙ үҙ хоҡуҡтарына ныҡлап инде. Бөгөн иртә менән ҡояш сыҡһа ла, көн һалҡын, елле. Әле синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе. Улар әйтеүенсә алдағы өс көндә Башҡортостанда һалҡын була, ямғыр һәм ямғыр ҡатыш ҡар яуасаҡ.
Бөгөн, 9 октябрҙә ямғыр, урыны менән көслө ямғыр яуасаҡ. Төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел дә көслө итеп көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан иҫәсәк. Һауа температураһы +6, +11 градус.
Иртәгә, 10 октябрҙә лә һалҡын була. Төндә ҡар яуа, ә көндөҙ ямғырҙар. Һауа температураһы түбәнәйә һәм төндә -2, +3, көндөҙ +3,+8 градус буласаҡ.
Республика көнөндә лә әллә ни йылытыу көтөлмәй. Ямғыр һәм ҡарлы ямғыр яуыуын дауам итәсәк. Төндә һәм иртән таулы райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ ятасаҡ.
Фото: news102.ru