Тәбиғәттең һәр миҙгеле йомарт. Белеп файҙаланһаң, ҡара көҙгәсә Ер-әсәнең ниғмәттәре етерлек әле. Әле гөлйемеш йыйыу өсөн иң ҡулай осор.
Гөлйемеш йәки әлморон емеше төрлө биологик актив матдәләргә, С витаминына бай. Эҫе булмаған мейестә (температура 80-90 градус) йәки махсус киптергестә киптерәләр. Организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына ҡытлыҡ кисергән ҡышҡы һәм яҙғы осорҙа ул айырыуса файҙалы.
Гөлйемеш төнәтмәһен йә ҡайнатмаһын геморрой менән сирләгәндә, тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ. б.), атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яраһы (язва) булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда, йөклө һәм имеҙгән әсәләргә ҡулланырға кәңәш ителә.
Ғәҙәттә, үләндәрҙән, емеш-еләктән төнәтмәне ҡайнатып йәки һыулы һауытта тотоп бешекләү алымдарын тәҡдим итәләр. Һеҙҙең иғтибарға еңел генә әҙерләнгән ысул тәҡдим итәбеҙ. Гөлйемеш төнәтмәһе әҙерләү өсөн төнгөлөккә термосҡа дүрт аш ҡалағы киптереп ваҡланған емешкә ике стакан ҡайнар һыу һалығыҙ. Уны көнөнә ике тапҡыр эсергә мөмкин. Витаминлы эсемлек иммунитет нығытыу өсөн балаларға ла файҙалы.
Фото: pokayadoma.ru
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.