Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Сентябрь 2023, 10:10

800 килограмдан ашыу виноград йыйған!

Шамил Нәғимов 16 йыл уны полиэтилен япма аҫтында үҫтерә. 

800 килограмдан ашыу виноград йыйған!
800 килограмдан ашыу виноград йыйған!

"Беҙҙең климатта виноград һабағы асыҡ тупраҡта ултыртҡандың дүртенсе йылына ғына уңыш бирә, ә теплицала өлгөрөү процесы ике тапҡырға тиҙерәк бара. Уңыш та мулыраҡ. Мәҫәлән, 180 виноград һабағынан 250 килограмм еләк йыям.

Уңыш, ғәҙәттә, июндә өлгөрә башлай, яҙ йылы булһа - май уртаһында. Уны һатыу менән проблема юҡ, эшләү йылдарында виноградтың теге йәки был сортына өҫтөнлөк биргән даими һатып алыусылар барлыҡҡа килде. Ә улар минең унлаған - «изабелла», «ризамат», «русбол»...

Хатта Ҡырымдың «Магарач» виноградсылыҡ һәм шарап эшләү ғилми-тикшеренеү институты белгестәре сығарған «авидзба» винограды ла бар. Йыл һайын ҡыҙыҡһыныр өсөн яңы төр һатып алам һәм уны үҙебеҙҙең климатҡа яраҡлаштырам", - ти Туймазы баҡсасыһы.

Фото һәм текст сығанағы: "Етегән" гәзите.

Автор:Карима Усманова
 
Автор: