Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Август 2023, 14:20

Айыуҙарҙың әүҙемләшкән сағы

Ейәнсура районының Башҡорт Самаҙыһы ауылы янында инә айыу балалары менән... 

Айыуҙарҙың әүҙемләшкән сағы
Айыуҙарҙың әүҙемләшкән сағы

Был фото Ейәнсура районының Башҡорт Самаҙыһы ауылы янында төшөрөп алынған. Әле айыуҙарҙың әүҙемләшкән сағы, сөнки улар ҡышҡылыҡҡа май запасы туплап, туйынып ҡалырға тырыша, инә айыуҙар балаларын үҙаллы тормошҡа өйрәтә.

Ситтән ҡарағанда нисек кенә матур булып күренмәһен, айыу ҙа, уның балалары ла – йыртҡыс хайуан. Шуға күрә бик ҡырҙа бәшмәк, емеш-еләк йыйғанда, баҫыуҙа эшләгәндә һаҡ булығыҙ!

Айыу менән осрашһағыҙ, үҙеңде нисек тоторға нимә эшләргә?

– Бер ҡасан да айыуға яҡын бармағыҙ.

– Йәнлекте ҡурҡытмағыҙ, уның ташланыуы ихтимал.

– Буй-һынығыҙҙы ҙурыраҡ итеп күрһәтергә тырышығыҙ, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ. Башҡа кешеләр янығыҙҙа булһа, йәнәш баҫып, берләшегеҙ, сөнки айыуҙар дошманының ҙурлығына ҡарай.

– Бер ҡасан да айыуҙан ҡасмағыҙ. Улар баҫтырырға ярата. Йөҙөнә ҡарап, яйлап ҡына артҡа сигенегеҙ.

Иң яҡшыһы – бөтөнләй улар менән осрашмаҫҡа!  

Фото: vk.com/sibay_one

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
Автор: