Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
4 Август 2023, 10:20

Балыҡ ҡармаҡлау – күңелле шөғөл

Әжекәй ауылы халҡының мәҙәни тормошо бай. Күптән түгел ауылда Балыҡсы көнө уңайынан урындағы клуб хеҙмәткәрҙәре Аҡа йылғаһы буйында балалар өсөн балыҡ ҡармаҡлау ойошторҙо.

Балыҡ ҡармаҡлау – күңелле шөғөл
Балыҡ ҡармаҡлау – күңелле шөғөл

Балыҡ күп эләкмәне, әммә балалар йылға буйында күңелле ял итте. Иң ҙур табыш – Инсаф исемле малайҙа: ул тотҡан суртандың ауырлығы бер килограмдан арта ине.
Йылға буйына йыйынғанда, өлкәндәргә балаларын мотлаҡ үҙҙәре менән бергә алырға кәрәк. Бергәләп балыҡ ҡармаҡлаған ваҡыт – баһалап бөткөһөҙ. Был тәбиғәт ҡосағында уҙғарған илаһи мәл, сәғәт-минуттар уларҙың иҫендә мәңгегә һаҡланыр. Бала бар яңылыҡты тиҙ иҫендә ҡалдыра. Балыҡ тотоуҙа сыҙамлылыҡ, тыныс күңел менән көтөргә кәрәк икәнен күрһәтегеҙ, уның холҡонда ыңғай сифаттар формалаштырыуға йоғонто яһағыҙ.
Балыҡ ҡармаҡлау кешелә йыйнаҡлыҡ тәрбиәләй, балала тирә-яҡ тәбиғәткә һөйөү тойғоһо үҫә, матурлыҡты күрергә өйрәнә һәм шулай уҡ яуаплылыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә. Балыҡ тотоу һөҙөмтәһендә аң даирәһе киңәйә: балыҡтың төрөн, уларҙы нимәгә тоторға була, ниндәй ҡаптырғыс файҙаланырға кәрәк икәнен беләләр. Был шөғөл стратег булырға ярҙам итә, сөнки ҙур балыҡ тотоу өсөн ҡаптырыу тактикаһын да яҡшы белеү мөһим.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Балыҡ ҡармаҡлау – күңелле шөғөл
Балыҡ ҡармаҡлау – күңелле шөғөл
Автор: