Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Июнь 2023, 16:00

Һәүкәштәрҙе йәшен һуҡҡан

Йәйге йәшендәр кешеләр өсөн дә хәүефле...

Һәүкәштәрҙе йәшен һуҡҡан
Һәүкәштәрҙе йәшен һуҡҡан

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы бер нисә тапҡыр йәшенле ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы тураһында  иҫкәртеп тә өлгөрмәне, артынса республиканың күп ҡала һәм райондарында ямғырҙар яуҙы, көслө күк күкрәп, йәшен йәшнәне. Йәйҙең ошо осоро бер ни тиклем хәүеф менән янай, айырыуса йәшендәр ҡурҡыныс тыуҙыра. Әбйәлил районының Асҡар ауылында сауҙа комплексы, Сибай ҡалаһында баҡса йорттарына "ҡыҙыл әтәс"тең ҡунаҡлауы ла тап йәшен һөҙөмтәһендә, тиҙәр.

Ә бына Белорет районының Тирлән ауылында ике һыйырҙы йәшен һуғып үлтергән. Меҫкен һәүкәштәр ерҙә тәгәрәшеп ята. Мал хужалары өсөн дә ҙур ҡаза.

Йәйге йәшендәр кешеләр өсөн дә хәүефле. Шуға күрә көслө ямғыр ваҡытнда барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, мөмкин булһа, бөтөнләй урамға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

Фото: "Бәйләнештә"н

Автор:Карима Усманова
 
Автор: