Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
11 Апрель 2023, 09:15

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш

12 апрелдән 14-енә тиклем барған Экологик форум уңайынан Мәсетле районында “Һәр ихатаға – сыйырсыҡ ояһы” конкурсы уҙғарылды. Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш
Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш

Акция экологик мәҙәниәт, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, экологик мөхит сифатын яҡшыртыу буйынса практик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлеш алыу маҡсатында үткәрелде.
Конкурсҡа тәбиғи материалдан, атап әйткәндә, билдәләнгән ҙурлыҡтағы ағастан яһалған сыйырсыҡ оялары алынды. Экологик сарала Мәсетле районының 12 белем биреү ойошмаһынан 12 уҡыусы ҡатнашты.
Призерҙар Мәсетле районы мәғариф бүлеге грамоталарына лайыҡ булды.
1-се урынды Руслан Сөнәғәтов (5-се класс, Теләш мәктәбе, етәксеһе – Рәсүл Фазулов) һәм Тимур Вәисов (3-сө класс, Оло Ыҡтамаҡ лицейы, етәксеһе – Оксана Лысова) яуланы. 2-се урынға Шамил Мөхәмәтйәнов (7-се класс, Яңы Мишәр, етәксеһе – Азамат Сәхәүетдинов) һәм Рәмил Сөнәғәтов (7-се класс, Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы, етәксеһе – Илмир Хәйретдинов) сыҡты. 3-сө урынды Мансур Әминев (4-се класс, Яңы Яуыш, етәксеһе – Фәнгизә Ғарипова), Әсләм Хәбибуллин (3-сө класс, Оло Аҡа, етәксеһе – Сәлимә Сәйетова) һәм Илвир Нуретдинов (4-се класс, Яңы Мөслим, етәксеһе – Гөлшат Зәбирова) биләне.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 апрелендәге  14е һанында уҡығыҙ.

Автор: