Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Декабрь 2022, 09:40

Сүп реформаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә

Мәсетле районына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн 100 евроконтейнер ҡайтарылған. Уларҙы “Экология” милли проектының “Көнкүреш ҡалдыҡтары менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында федераль һәм төбәк бюджеттары аҡсаһына Башҡортостандың Экология министрлығы һатып алған.

Сүп реформаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә
Сүп реформаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә

Республиканың барлыҡ муниципаль райондары һәм ҡала округтары өсөн контейнерҙар һатып алыуға ике бюджеттан 172 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бөтәһе 11451 контейнер, шул иҫәптән Мәсетле районы өсөн 100 контейнер һатып алынған.
Башҡортостан Республикаһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туплау тәртибенә ярашлы, ҡыҙыл контейнерҙар – быяла, һарылары – плас-тик, күк төҫтәгеһе макулатура өсөн тәғәйенләнгән.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 16 декабрҙә 50е һанында уҡығыҙ.

Автор: