Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Ноябрь 2022, 09:55

Сүп-сарҙы айырып йыйыу тураһында фекерегеҙҙе белдерегеҙ

Мәсетлеләрҙе сүп-сар реформаһы буйынса һорауға яуап алыуҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.Сүп-сарҙы айырым йыйыу барлыҡ эшкәртеү һәм ҡабаттан файҙаланыу өсөн яраҡлы файҙалы материалдарҙы көнкүреш ҡалдыҡтарынан бүлеү өсөн кәрәк. Ҡабаттан эшкәртелерлек ҡалдыҡтар йыш ҡына сүп-сарҙың яртыһынан күберәген тәшкил итә.

Сүп-сарҙы айырып йыйыу тураһында фекерегеҙҙе белдерегеҙ
Сүп-сарҙы айырып йыйыу тураһында фекерегеҙҙе белдерегеҙ

Сүпте иртә этапта бүлеүҙең ыңғай яҡтары: планетала дөйөм сүп күләме, икенсел эшкәртеүгә сығымдар кәмей; сеймалды ҡабаттан ҡулланыу иҫәбенә тәбиғәт ресурстары кәмерәк ҡулланыла; экологик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Үҙ фекерегеҙҙе белдереү өсөн Мәсетле районы хакимиәте сайтын (mechetly.bashkortostan.ru) асырға, “Минең һайлауым, минең киләсәгем” (йәмәғәт тауыш биреүе) яҙмаһына тиклем бит буйлап аҫҡа төшөргә һәм “ҡатнашырға” төймәһенә баҫырға кәрәк. Йәиһә “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә шәхси кабинетҡа инеп һорау алыу-ҙа ҡатнашырға.


Һорау алыуҙа ҡатнашыу өсөн телефонығыҙҙа был кодты сканерлағыҙ.

Автор:Лариса Михалькова