Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Октябрь 2022, 14:15

Октябрҙә магнит дауылдары

Көҙҙөң икенсе айында көслө магнит дауылы көтөлә.

Октябрҙә магнит дауылдары
Октябрҙә магнит дауылдары

Тәүге магнит дауылы иң көслөһө буласаҡ һәм 1 октябрҙән 5-енә тиклем дауам итәсәк. Был дауылдың көсө 4-6 балл булыуы көтөлә. Ябай кешеләр уны һиҙмәй ҙә ҡалыр, моғайын, ә бына метеоһиҙгерҙәр баш әйләнеү, хәл-торошо насарайыу һәм хатта күңел болғаныуын тойорға мөмкин.

Икенсе магнит дауылы 10 октябрҙән 12-һенә тиклем дауам итә. Әйтергә кәрәк, был дауылдың көсө 3 балл тәшкил итәсәк, шуға күрә уны метеоһиҙгер кешеләр ҙә тоймауы ихтимал. Шуға ҡарамаҫтан, барыбер был осорҙо күҙ уңынан ысҡындырмау һәм  кәңәштәр буйынса эш итеү яҡшыраҡ.

Октябрҙәге өсөнсө һәм һуңғы магнит дауылы 27 октябрҙән 30-ына тиклем дауам итәсәк. Уның көсө 4-5 балл булыуы көтөлә.

Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Лариса Михалькова