Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Сентябрь 2022, 14:30

Тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт һәм һөйөү

Рәсәйҙә йәш натуралистар хәрәкәте тергеҙелә “Экосистема. Заповедный край” Бөтә Рәсәй йәштәр экология форумында ҡатнашыусылар менән аралаш-ҡанда Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙҙә йәш натуралистар хәрәкәтен тергеҙеү идеяһын хупланы. Ә Башҡортостанда бындай 20-нән ашыу берекмә күптәнән эшләп килә лә инде.

Тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт һәм һөйөү
Тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт һәм һөйөү

Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева һүҙҙәренсә, йәш натуралистар хәрәкәте илдә – 1918 йылда, ә Башҡортостанда 1928 йылда Өлкә йәш натуралистар бюроһы булараҡ ойошторолған. Күпмелер ваҡыттан һуң йәш натуралистар хәрәкәте райондарҙа һәм ҡалаларҙа яйлап барлыҡҡа килә башланы. 2000 йылда уларҙың һаны 28-гә етте.
Йәш натуралистар – муниципаль һәм республика кимәлендә, шулай уҡ бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә үткән тәбиғәтте һаҡлау һәм экология сараларының әүҙем ҡатнашыусылары.
Мәсетле районында Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ҡарамағында Юлиә Ҡотлоева етәкселегендә “Эко-Ярҙам” йәш натуралистар хәрәкәте тергеҙелә.
– “ЭкоЯрҙам” берләшмәһенең маҡсаты – тәбиғәткә һөйөү, экологик тәрбиә биреү, ерҙәге тереклеккә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Мәсетле районында йәштәр хәрәкәте элек тә булды, унда ҡатнашыусылар – республика һәм федераль кимәлдәге күп һанлы конкурстар һәм олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары, – тип һөйләй ул.
“ЭкоЯрҙам” берләшмәһе 10-17 йәштәрҙәге Мәсетле районы балаларын ҡабул итә. Тәбиғәтте һаҡлау өсөн йәш натуралистарға ҡушылығыҙ.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова