Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Август 2022, 12:30

Ағастарға сыбыҡсалар ялғау

Емеш ағастарынан мул уңыш алам тиһәң.

Ағастарға сыбыҡсалар ялғау
Ағастарға сыбыҡсалар ялғау

Һәйбәт сортлы емеш ағастарынан киҫеп алған сыбыҡсаларҙы икенсе емеш ағасының сатырындағы ботаҡтарға, олонона, тамырына, унан шытып сыҡҡан үҫентеләргә ялғарға мөмкин.

 

Ялғауҙың төрлө ысулы бар.

  1. Иртә яҙҙан ағастар һут­ланғансы (ҡайыры ағасынан айырылмағанда) шына (клин), ботаҡ ялғау (конулировка), төп­сөктө ярып ялғау (в расщеп) ысулдары менән ялғайҙар.
  2. Ағастар һут ебәргәс, ҡайыр ағасынан айырыла башлағас, сыбыҡсаларҙы уның аҫтына ҡуйып ялғайҙар.
  3. Август баштарында бөрө­ләрҙе ҡайыр аҫтына ҡуйып та ҡалдыралар.

Иң ябайы һәм ышаныс­лыһы – ботаҡты ботаҡҡа ялғау ысулы. Был эште иртә яҙ, ағастар һут ебәргәнсе баш­ҡаралар. Ялғанмыш йыуанлы­ғында ялғау киҫеп алына. Сыбыҡсала ике-өс һәйбәт үҫешкән бөрө булырға тейеш. Икеһе бер-береһенә тигеҙ йәбешерлек итеп, өс-дүрт сантиметр оҙонлоҡта, бөрө тура­һынан киҫелә. Сыбыҡса менән ялғанмыш, бер-береһенә ҡыя киҫелеп, ҡапланып бәйләнә, баҡса елеме менән һылана.

Әгәр ялғанмыш ялғаулыҡҡа ҡарағанда йыуан булһа, шына ысулы ҡулланыла. Был саҡта ялғанаһын ярып, икенсеһен ослайҙар.

Төпсөк йыуан булһа, ике, өс, хатта дүрт сортлыһын бер­гә ялғарға мөмкин.

Сыбыҡсаны ҡайыры аҫтына ҡуйып ялғау яҡынса майҙың өсөнсө ун көнлөгөндә башҡа­рыла. Унда ҡайыр ағасынан еңел айырыла. Ҡайырҙы үткер бысаҡ менән ҡуҙғатып, ҡыя киҫелгән сыбыҡсаны үҙағас ҡуйып бәйләйҙәр.

Бөтә ысулда ла киҫелгән урындар (бәйләнгән урындан ҡалғандары) баҡса елеме йәки майлы буяу менән буяла. Баҡса елеме менән һыламай, ялғанған сыбыҡсаларға полиэтилен ҡапсыҡ кейҙереп тә кибеүҙән һаҡларға мөмкин.

Эште башлар алдынан һал­ҡын урында һаҡланған сыбыҡ­саларҙы ентекләп ҡарап алыр­ға кәрәк. Бер йыллыҡтарының урта өлөшөндәге бөрөләр үҫешкәнерәк була. Ошондай өс бөрөнө ҡалдырып, сыбыҡ­саның аҫҡы һәм өҫкө өлөшө өсөнсө бөрө өҫтөнән киҫеп ташлана. Ялғауға әҙерләнгән сыбыҡса икенсе яҡтағы бөрө тураһынан ғына өс–дүрт сантиметр оҙонлоҡта ҡыя киҫелә. Сыбыҡса әҙер. Ялғанмыш ботағының ҡайыры өс–дүрт сантиметр оҙонлоҡта була. Шунан ҡайырҙы бер аҙ ғына ҡалҡыталар ҙа тиҙ генә әҙер сыбыҡсаның ҡыя киҫелгән яғын ҡайыр менән ағас ара­һына ҡуялар һәм өҫтөнән йомшаҡ шпагат менән ҡыҫып бәйләйҙәр. Ялғанған урын баҡса елеме менән һылана.

Ялғанмыштың диаметры ике-өс сантиметр булһа – бер сыбыҡса, биш-ете булғанда – ике, һигеҙ-ун сантиметрға өс сыбыҡса ялғайҙар. Һәр бере­һенә сорты яҙылған этикетка эленә. Ә 15 көн үткәс, ҡыҫып бәйләнгән ер бушатылып, кире урала.

Ялғанған сыбыҡсаның өҫкө ике бөрөһө үҫешә башлай. Әгәр өҫтәге бөрө көслө булһа, аҫтағыһының осон семтеп алалар, ә июль айында төбөнән үк киҫеп ташлайҙар. Аҫтағы бөрө көслөрәк булһа, өҫкөһөн шунда уҡ киҫәләр.

Фото:distano.ru

С. ХАЖИЕВ

 

сточник: https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2022-08-23/a-astar-a-syby-salar-yal-au-2920092 

Автор:Лариса Михалькова