Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
23 Август 2022, 14:40

Экологик эштәр аҙналығы

Мәсетле районы “Экологик эштәр аҙналығы” республика һәм “Таҙа яр” Бөтә Рәсәй экология акцияһына ҡушылды.

Экологик эштәр аҙналығы
Экологик эштәр аҙналығы

Барлыҡ ауылдарҙа йылға буйҙарын, парк территорияларын һәм иҫтәлекле урындарҙы таҙартыу буйынса саралар уҙҙы.
Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендә Әй йылғаһы ярын таҙартыу буйынса эштә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм уның урынбаҫарҙары, хакимиәт, ойошма һәм учреждениелар, структур подразделениелар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән фай-ҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре – 50-нән ашыу кеше – ҡатнашты. Оло Ыҡтамаҡ ауылында 43 тоҡ сүп-сар йыйылды.
Ауыл биләмәләрендә акцияла 125 кеше ҡатнашты, улар 121 тоҡ сүп йыйҙы.
Оператив кәңәшмәлә район хакимиәтенең баш архитекторы Альвина Ахундова билдәләүенсә, муниципалитет биләмәһендә экология өмәләре үткәреү буйынса эштәр дауам итәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда “Экологик эштәр аҙналығы” үтә, уның барышында күмәк кеше ял иткән урындарҙа, атап әйткәндә, йыл-ға буйҙары, йәшел зона, туристик объекттарҙа өмәләр ойошторолған. Акция донъяға экологик ҡараш тәрбиәләү, тәбиғәттә үҙеңде тотоу мәҙәниәтен күтәреү, республикала йәшәүселәрҙең ял итеү урындарының торошон яҡшыртыу маҡсатын ҡуя.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова