Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Апрель 2022, 10:00

Яҙғы һунар миҙгеле башланды

9 апрелдән Башҡортостанда ҡоштарға яҙғы һунар миҙгеле башланды, тип хәбәр итә Баш-ҡортостан Республикаһы Экология министрлығының хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса Мәсәғүт хеҙмәтенең белгес-эксперты Ришат Кәримов.

Яҙғы һунар миҙгеле башланды
Яҙғы һунар миҙгеле башланды

Мәсетле районында һунар 16 апрелдән 25-енә тиклем рөхсәт ителде. Бының өсөн йөҙҙән ашыу рөхсәт ҡағыҙы бирелгән. Әйткәндәй, 2021 йылдың икенсе яртыһына дөйөм ҡулланыштағы биләмәләрҙә ҡош аулауға рөхсәт ҡағыҙы 2022 йылда ла яҙғы һунар осоронда ғәмәлдә ҡала.
9 апрелдән 8 майға ҡәҙәр һунарҙа тере өйрәкте башҡаны ҡыҙыҡтырыу өсөн файҙаланыу рөхсәт ителә. Бер өйрәкте иң күбе өс һунарсы файҙалана ала. Бынан тыш, ауланған һәм яралы ҡошто эҙләү өсөн махсус өйрәтелгән эттәрҙе алырға мөмкин.
Ата өйрәк, һуйыр, ҡор, шулай уҡ сел, ҡашҡабаш, һоро ҡаҙ, аҡ һәм тундра ағунаһы, ҡурпысыҡҡа иртәнге осошта һунар рөхсәт ителмәй.
Кейектәрҙе эҙәрлекләү, эҙләү, аулау өсөн төрлө йөҙөү сараларын ҡулланыуға юл ҡуйырға ярамай. Уны бары ябыу материалы булараҡ, кейекте алыу һәм ташыу өсөн генә ҡулланырға мөмкин. Хоҡуҡ боҙоусыларҙы административ яуаплылыҡ һәм һунар хоҡуғынан мәхрүм итеү көтә.


Әйткәндәй,
2022 йылдың 1 ғинуарынан бөгөнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса Мәсәғүт хеҙмәте һунар ҡағиҙәһен боҙған өсөн егерҙар менән бергә бөтәһе 11 административ протокол төҙөгән. Шул иҫәптән уларҙың бишәүһе – Мәсетле районы бүлексәһенең Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы территорияһында.
Һигеҙ баш ҡоралайҙы законһыҙ аулау осрағы асыҡланған, шул иҫәптән Мәсетле районы биләмәһендә – берәү.
Бер берәмек иҫәбендә законһыҙ ҡатнаш һунар ҡоралы тартып алынған. Ике енәйәт эше ҡуҙғатылған.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йәнлектәр донъяһына 80000 һум күләмендә зыян килтергән өсөн дәғүә белдерелгән.
Надежда ГАЛАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова