Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Апрель 2022, 10:45

Күркә – мөһабәт ҡош

Илдәге бөгөнгө хәл һәм хаҡтарҙың артыуы менән бәйле күптәр йорт ҡоштарын үрсетеү тураһында уйлана. Әле уларҙың бәпкәләре һатыуға сығарыла. Шәхси ҡулланыу йәиһә һатыу өсөн тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, күркә үҫтерергә мөмкин. Бөгөн күптәрҙе уларҙың ҡайһыһын ҡарау отошлораҡ булыуы тураһында һорау ҡыҙыҡһындыра.

Күркә – мөһабәт ҡош
Күркә – мөһабәт ҡош

Күркә үрсетеү мәсьәләһен ҡарап үтәйек. Уның тиҙ үҫкән йорт ҡоштарының береһе булыуы билдәле. Был мөһабәт ҡошто уңышлы үрсетеү серҙәре менән райондашыбыҙ Анфиса Ғәниева уртаҡлаша. Ул 14 йыл дауамында йорт ҡоштары үҫтереү һәм һатыу менән шөғөлләнә.
– Ике аҙналыҡ булып килгән күркә бәпкәләрен апрель аҙағында – май баштарында һатып алам, – тип һөйләй ул. – Яҡынса өс аҙна дауамында ҡаҙанлыҡ бүлмәһендә тотам. Улар тәүге айҙа, бройлер йәиһә тауыҡ себештәре менән сағыштырғанда, йылы температура шарттарына мохтаж.
Күркә бәпкәһенең иммунитеты көсһөҙ, улар саҡ ҡына иҫкән елгә лә һиҙгер. Үҫтергәндә иң мөһиме – аяҡ аҫтында йылы һәм ҡоро булырға тейеш. Ваҡ ҡоро бесән йәиһә бысҡы онтағын түшәү өсөн ҡулланам, йыш алмаштырам.
Ашаған саҡта, суҡыштарына зыян килмәһен өсөн, ашаған һауыт төбөнә йомшаҡ материал һалам. Витаминдар өҫтәлгән ҡатнаш аҙыҡ менән туҡландырам. Күркә бәпкәләре һуған, һарым-һаҡтың йәшел ҡыяҡтарын бик ярата. Улар күренеү менән ваҡ ҡына итеп киҫеп аҙыҡҡа өҫтәйем.
Урамда йылытҡас, күркәләрҙе теплица эсенә күсерәм, унда һәр саҡ йылы, яҡты, ҡоро, ә иң мөһиме – ҡарғалар теймәй. Күркә – һимереүгә әүәҫ ҡош, шуға күрә уларға күп йөрөү яҡшы. Яңы сыҡҡан үлән – күркәнең иң яратҡан аҙығы, бигерәк тә эҫе көндәрҙә. Күркәне ҡайһы берҙә баҡсаға ебәрәм, улар башлыса сүп үләндәрен сүпләй. Шулай уҡ салат һәм укроп ярата, йәшелсәләргә теймәй. Һәр ваҡыт күренеп торған урында таҙа һыу булырға тейеш.
Тауыҡтан айырмалы рәүештә, күркә теләһә нәмә ашамай, шуға күрә улар йоғошло ауырыуҙы аҙыраҡ эләктерә. Ләкин, ике айлыҡ булғас, эсәк инфекцияһынан дарыу бирергә кәрәк.
Күркә – тыныслыҡ яратҡан, көтөү менән йөрөгән ҡош, был иһә уны ҡарауҙы еңеләйтә. Күркәнең яңғыҙ йөрөгәнен бер ҡасан да күрмәҫһең. Уларҙың күмәкләп, бер көтөү булып йөрөүен күҙәтеү – үҙе бер кинәнес. Үҙҙәрен дәрәжәле тотоп, ғорур атлап йөрөй. Ә ата күркә ҡабарынып, ҡойроғон таратып ебәрһә, был – иҫ киткес матурлыҡ! Ғәҙәттә улар пар йәлеп итеү йәиһә потенциаль хәүефте ҡурҡытырға маташыу өсөн ошондай тамаша яһай.
Дөрөҫ һәм етерлек аҙыҡ булғанда, ярты йыл эсендә был ҡоштар апаруҡ ҙурая, минекеләр 15 килограмм самаһы тарта. Әгәр уларҙы башҡа йорт ҡоштарынан айырым ашатһаҡ, улар күпкә ҙурыраҡ булыр ине.
Бөгөн халыҡты ризыҡтың тәмле булыуы ғына түгел, файҙалы яғы ла ҡыҙыҡһындыра. Күркә үрсетеү менән шөғөлләнгәндә юғары сифатлы диетик ит алабыҙ. Тере ауырлығының артыу тиҙлеге буйынса улар тауыҡ, өйрәк, ҡаҙҙан өҫтөн, мал аҙығы сығымдары ла аҙыраҡ.
Күркә ите – гиппоаллерген продукт. Ул – фосфор, В6 һәм В12 витаминдары, кеше өсөн иң ҡиммәтле аминокислота һәм минералдар сығанағы.
Күркәнең бот ите – ҡыҙыл, күкрәк ите аҡҡа ҡарай. Күркә итенең составында май бик аҙ, бынан тыш, унда холестерин да күп түгел. Ул йәшелсә, ярма, макарон изделиелары менән яҡшы тура килә, бәшмәк һәм бауыр менән дә бирергә була.
Күркә итенән колбаса, сосиска, билмән, кәтлит эшләйҙәр, бәлеш өсөн эслек яһайҙар. Уны ҡыҙҙырырға, быҡтырырға, бешерергә, парҙа әҙерләргә мөмкин.
Бәшмәк, сыр менән духовкала бешерелгән күркә ите – ғаиләбеҙҙең бик яратҡан тәмле һәм туҡлыҡлы ризығы. Уны киске аш табынына йәиһә байрам өҫтәленә бирергә мөмкин.
Күркә итен яҡынса бер-ике сантиметр ҡалынлыҡта бер иш киҫәктәргә бүләм, аҙаҡтан ике яғын да махсус сүкеш менән һуҡҡылап алам. Тәме буйынса тоҙ, борос, башҡа тәмләткес, майонез өҫтәйем. Ит ике сәғәт маринадланырға тейеш. Шунан табала уны ҡыҙҙырам.
Һуған менән шампиньонды биш минут дауамында талғын утта ҡыҙҙырам, ваҡыты-ваҡыты менән болғатып алам. Һуған менән шампиньон, помидор киҫәктәрен стейкка һалам, өҫтөнә ҡырылған сыр һибәм. Был осраҡта яҡшы ирегән сыр яраҡлы буласаҡ. Артабан ит һалынған форманы духовкаға ҡуям һәм 15-20 минут бешерәм. Ризыҡты гарнир менән өҫтәлгә ҡуйғанда, йәшелсә һалып биҙәйем, соус менән йәиһә үҙен генә бирәм. Бәшмәк, сыр менән духовкала бешкән күркә ите бик тәмле килеп сыға.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова