Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Декабрь 2021, 11:30

Пенсионерка Тамараның күңелле ялы

Оло йәштәге кешеләрҙең хаҡлы ялға сыҡҡас буш ваҡыты барлыҡҡа килә. Улар тәүҙә ваҡыттарын ял итеүгә һәм туғандары менән аралашыуға бүлһә, аҙаҡтан икенсе шөғөлдәр эҙләй башлай.

Пенсионерка Тамараның күңелле ялы
Пенсионерка Тамараның күңелле ялы

Балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар был юҫыҡтан эшһеҙ ултырмай. Улар ҡармаҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡты йыя ла йылға буйына йүнәлә. Әүәлдән балыҡ ҡаптырыу ирҙәр эше тип һанала, әммә бөгөн был шөғөл менән мауыҡҡан һәм оҫта балыҡсы ирҙәрҙең танауына сирткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Тамара Алексеевна ҡармаҡты беренсе тапҡыр 73 йәшендә ҡулына ала һәм ошо көндән башлап унан айырылмай. Туғаны Лиза Дегтяреваның яратҡан шөғөлө уға ла күсә.
Әй йылғаһы оҙаҡ йылдар дауамында уның балыҡ ҡармаҡларға яратҡан урыны булып ҡала. Ҡулдарына скандинав таяҡтарын алып, арҡаһына рюкзак аҫып күңеле тартҡан урынға йәйәү йөрөй, ә ҡыш көнө боҙ тишеү өсөн бырау ҙа ала.
Йыш ҡына: “Был ниндәй шөғөл, ти инде? Ултыр ҡасан ҡабырын көтөп...”, – тигәнде ишетергә тура килә. Әммә Тамара Руднева өсөн йылға буйында уҙған ваҡыт – ысын бәхет һәм илаһи ял мәлдәре.
– Тәбиғәт һәм үҙ-үҙең менән тулы гармония, – тип һөйләй ул. – Һиллек, һауа шундай саф, ҡоштар һайрай...
Ямаш ауылы янындағы күлдә тотҡан иң ҙур табышы – 7-8 килограмм тәшкил иткән табан балыҡтары, ә иң ҙур балыҡ – ике килограмм тартҡан ажау. Һәүәҫкәр балыҡсы беҙҙең яҡтағы йылға, күл балыҡтарының атамаларын яҡшы белә.
Тамара Алексеевна әйтеүе буйынса, ҡыш көнө балыҡ ҡаптырыуҙан да күңеллеһе юҡ. Әлбиттә, тәүҙә быраулау ҡыйыныраҡ, әммә аҙаҡ ғәҙәти эшкә әйләнеп китә. Ҡыштың салт аяҙ көнөндә һыуыҡты эҫе сәй менән ҡыуып, мәкегә ҡармаҡты төшөрөп балыҡ сирткәнен көтөп ултырыу – үҙе бер романтика һәм балыҡсы ҡомары.
Һәр балыҡсы өсөн уңышының күпме булыуы мөһим, юғиһә был шөғөл һәр төрлө мәғәнәһен юғалта. Тотҡан балығынан консерва, шпрот, хатта фарш әҙерләй, ә рецептарын интернет киңлегенән ала.
Тамара Алексеевнаның әйтеүенсә, балыҡ ҡаптырыу кешелә сыҙамлылыҡ, ныҡышмалыҡ һәм башҡа яҡшы сифаттар тәрбиәләй. Һәр кешенең тормошонда ниндәйҙер бер мауығыу булырға тейеш, сөнки ул көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынырға, күңелде күтәрергә ярҙам итә.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова