Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Октябрь 2021, 09:40

Республикаға аҙ ғына ваҡытҡа йылы һауа торошо әйләнеп ҡайта

 Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы ике көндә республикала көндөҙ термометр бағанаһы +14 градусҡа тиклем күтәрелә. 

Республикаға аҙ ғына ваҡытҡа йылы һауа торошо әйләнеп ҡайта
Республикаға аҙ ғына ваҡытҡа йылы һауа торошо әйләнеп ҡайта

 Әгәр 6 октябрҙә ҡайһы бер райондарҙа ямғыр фаразланһа, 7 октябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй.

«Гисметео Өфө» порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, баш ҡалала төндә -1 градусҡаса һалҡынайтыуы, көндөҙ иһә +10 градусҡа тиклем йылытыуы ихтимал.

Киләһе аҙнала Өфөлә һауа температураһының көндөҙ +12 градусҡа етеүе көтөлә.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
Автор:Лариса Михалькова