Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
20 Август 2021, 10:40

Сәләмәтлеккә аҙым

Коллектив менән тәбиғәт ҡосағына сығып, мәҙәни ял ойоштороу күптәр өсөн тарихта ҡалып барһа ла бөгөн дә был яҡшы йоланы дауам итеүсе хеҙмәт коллективтарының булыуы яҡшы күренеш.

Сәләмәтлеккә аҙым
Сәләмәтлеккә аҙым

“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында профсоюз комитеты лидеры Альбина Закирова сәләмәт һәм татыу коллектив булдырыу маҡсатында коллектив менән даими тәбиғәткә сығыуҙы, мәҙәни-һауыҡтырыу саралары ойоштора, шуның менән коллективты ижади һәм уңышлы эшмәкәрлеккә илһамландыра.
Саф урман һауаһынан, барыһын да берләштергән дөрләп торған усаҡтан, бер фекер менән янған коллегаларың менән бергәләп ял итеүҙән дә яҡшырағы бармы икән?!
Профактив ҡатнашыусылары тәбиғәт матурлығына һоҡланып, ҡарағай урманында саф һауала ярыштар ойоштороп, күңелле ял итте. Ә тәбиғәт ҡосағында самауырҙан хуш еҫле сәй эсеү генә үҙе ни тора! Табын янында киләсәккә пландар ҡоролдо, дуҫтарса атмосферала рәхәтләнеп аралаштылар.
“Хеҙмәт коллективының тәбиғәткә сығыуы – коллективта команда рухын булдырыуҙың яҡшы ысулы. Бындай саралар эске мәҙәниәтте күтәрергә, эштә ыңғай атмосфера булдырырға ярҙам итә”, – ти балалар баҡсаһы мөдире Лилиә Мөхәрләмова.

Автор:Наталья  Русинова