Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
17 Август 2021, 15:35

Ерҙәге ожмах

Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәтле яҡтар өсөн бик үк хас булмаған үҫемлек – виноград үҫтереүсе баҡсасылар һаны йылдан-йыл арта. Хәстәрлекле хужалар ҡулы менән үҫтерелгән матур виноград тәлгәштәре һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә.

Ерҙәге ожмах
Ерҙәге ожмах

Ключевой ауылынан Асия Вәкилова был татлы емеште үҫтереү менән биш йыл элек шөғөлләнә башлай. Ә ныҡлап уңышты өсөнсө йылына алалар.
Хужабикә һөнәре буйынса йәшелсә-емеш үҫтереү буйынса мастер – Пермь агросәнәғәт техникумын тамамлаған. Әммә яҡын-тирәлә был йүнәлештәге предприятиелар булмағанлыҡтан, һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй уға. Ә бына хужалыҡта белем бик тә ярап ҡала.
Асия Фәрит ҡыҙы виноград үҫтереү серҙәрен баш-ҡалар менән дә бик теләп уртаҡлаша:
– Виноградты ҡышҡылыҡҡа дөрөҫ әҙерләргә кәрәк. Уның ҡыуағы ерҙә ятып ҡалмаҫҡа тейеш. Көҙ, тәүге ҡырауҙан һуң, ер һыуынғас, виноград аҫтына таҡта йәки шифер киҫәктәре һалабыҙ, артыҡ ботаҡтарын киҫеп, бәйләп ҡуябыҙ. Ябыу өсөн иң яҡшы материал – ылыҫ ботаҡтары. Улар тығыҙланмай һәм араһында һауа йөрөй. Бысҡы онтағы менән бесән ябырға кәңәш итмәҫ инем. Уларға сысҡан эйәләшә. Өҫтөнән полиэтилен пленка менән ябам. Тығыҙ итеп урарға ла кәрәкмәй. Яҙ, ер йылынғас, ҡышҡылыҡҡа япҡан ылыҫ ботағын һәм полиэтилен пленканы алып ҡуябыҙ. Яҙғы ҡырауҙан һаҡлау өсөн төнгөлөккә еңел пленка менән ябабыҙ. Беҙҙең яҡтарҙа йәй уртаһында ла ҡырау төшөүе ихтимал. Шуға күрә ҡарап ҡына торорға кәрәк. Өс градус һалҡын – виноград өсөн хәүефле температура. Йәш үренделәрҙә 4-5 япраҡ барлыҡҡа килгәс, артыҡ үренделәрҙе алып ташлайбыҙ. Оҙонлоғона ҡарап, 7-8 үренде ҡалдырабыҙ (аралары ун сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш). Виноград яҡшы өлгөрһөн өсөн көсһөҙ үренделәрен дә алабыҙ. Виноград артыҡ дымды яратмай, шуға күрә йыш һыу һибеү кәңәш ителмәй. Бер һипкәндә бер төпкә 2-4 биҙрә һалабыҙ. Виноград өлгөрә башлаһа, тәлгәшкә ҡояш төшһөн өсөн япраҡтарын өҙөргә.
Асия Вәкилованың баҡсаһы – ерҙәге ожмах. Бында һуҡмаҡтан алып беседкаға тиклем һәр мөйөш сәнғәт әҫәре. Һәр ерҙә сәскәләр, төрлө йәнлек һындары. Ә ниндәй генә емеш ағасы юҡ! Алмағас ҡына илле төп иҫәпләнә. 62 сутый ерҙә төрлө сорттағы грушалар, слива, ҡурай еләге, ҡарағат, миләш, айыу баланы (жимолость), урман сәтләүеге, имән үҫә.
Асия апайҙың баҡсаһында тағы ла бер ағас иғтибарҙы йәлеп итә: бер алмағаста төрлө төҫтәге һәм ҙурлыҡтағы алмалар үҫә. Һарыһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла бар. Был уникаль ағас – күп йыллыҡ эксперимент һөҙөмтәһе: бер ағас олонона төрлө сорт алма ботаҡтары ялғанған.
Баҡсаһындағы мул уңышы, үҫентеләр менән Асия Фәрит ҡыҙы ауылдаштары, таныштары менән бүлешә.

Ерҙәге ожмах
Ерҙәге ожмах
Ерҙәге ожмах
Ерҙәге ожмах
Ерҙәге ожмах
Ерҙәге ожмах
Ерҙәге ожмах
Автор:Айгуль  Шарапова