Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
4 Июнь 2021, 12:05

Тәмлекәстәрҙе... биткә!

Тәмлекәстәр фигура өсөн зыянлы булһа ла, уларҙың бит тиреһе өсөн файҙалы булыуы бар. Бына һеҙгә өс миҫал.

Хәлүә

Ҙур булмаған хәлүә киҫәген ҡырғыс аша үткәрегеҙ һәм ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе һөт ҡушығыҙ. Битегеҙгә 20 минутҡа һөртөгөҙ һәм йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

Банан

Ҡайһы бер ингредиенттарға ҡушһаң, ул битте туҡландырып ҡына ҡалмай, йәшәртә лә! Әгәр тирегеҙ ныҡ ҡоро икән, банандан битлек – иң яҡшы сара.

Ярты бананды иҙегеҙ ҙә бер йомортҡаның ағы, ике аш ҡалағы һөт өҫтө, ике аш ҡалағы эремсек ҡушығыҙ. Был ҡатнашманы биткә, муйынға һәм түш тирәһенә һылағыҙ. 20 минут үткәс, йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

Бал

Ике сәй ҡалағы балды бер сәй ҡалағы миндаль майы, бер нисә тамсы лимон менән бутағыҙ. Ошо ҡатнашманы битегеҙгә 15 минутҡа һылағыҙ, аҙаҡ йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

Бөтә был битлектәрҙе лә аҙнаһына бер-ике тапҡыр эшләгеҙ.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА