Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
25 Март 2021, 09:10

Республикала макулатура йыйыу башланды

“Рәсәй мәктәптәрендә – кинодәрестәр” Бөтә Рәсәй проектына ярҙам итеү маҡсатында, Мәсетле районы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто макулатура йыйыу тураһында иғлан итте.

Проект сиктәрендә йыйылған ҡағыҙ Өфө ҡалаһына оҙатыла, килем нигеҙендә башҡорт эпосы ятҡан, тәбиғәткә һәм бер-береңә ҡарата мәрхәмәтле булыуҙы пропагандалаған тулы метражлы “Батыр” фильмын төшөрөүгә йүнәлтелә. Республикала йәшәгән һәр бер кеше фильм төшөрөүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн күп көс түгергә лә кәрәкмәй: бары тик 2021 йылдың 25 апреленә тиклем яҡын булған мәктәп йәиһә Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона (Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 2, элекке хәрби комиссариат бинаһы) алып килеп тапшырырға кәрәк. Гофро-ҡатырға тартма, ҡағыҙ, гәзит, журнал, ялтыр битле баҫма ҡабул ителә. Өҫтәмә мәғлүмәтте 8-987-623-31-58 телефон һандары аша алырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған йылда шул уҡ проект сиктәрендә “Ел йыры” фильмы төшөрөлдө.