Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Март 2021, 09:10

Дуҫ та, дошман да булыуы мөмкин

Күп кенә кешеләр витамин һәм минералдар ҡабул итергә ярата. Уларҙың уйынса, был витаминдарҙы аҙлап ҡулланыу сәләмәтлекте һаҡлауға һәм организмдың һәйбәт эшләүенә булышлыҡ итә.

Ғәмәлдә беҙ бөтә кәрәкле матдәләрҙе аҙыҡ менән бергә алабыҙ, тик туҡланыу балансланған һәм төрләндерелгән булырға тейеш.
Шулай ҙа ҡайһы саҡта махсус өҫтәмәләр - минераль комплекслы поливитаминдар һәм витаминдар ҡулланыу кәрәк. Ә уларҙы контролһеҙ һәм даими ҡулланыу зыян ғына килтереүе ихтимал. Дозаны бары табип ҡына билдәләй ала.
Күптәрҙең уйлауынса, авитаминоз – ул организмға витаминдарҙың етешмәүе. Был дөрөҫлөккә тап килеп етмәй, ни өсөн тигәндә ғәмәлдә кеше организмы бер микро- йәки макроэлементҡа ғына ҡытлыҡ кисерә. Хәҙерге заманда туҡланыуҙы ярлы тип әйтеп булмай, йыл әйләнәһенә өҫтәлдәрҙән ит, май, һөт аҙыҡтары, йәшелсә, емеш-еләк, сәтләүек һәм башҡа файҙалы аҙыҡтар өҙөлмәй. Авитаминоз - ул организм эшмәкәрлеге өсөн бик ҙур хәүеф тыуҙырған витаминдар йәки минералдар етешмәүе, ти белгестәр.
Уның сәбәптәре түбәндәгесә: насар туҡланыу; витаминдарҙы үҙләштереүгә ҡамасаулаған ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре; матдәләр алмашыныуы боҙолоуы. Йөклөлөк осоронда файҙалы матдәләрҙең организмға етешмәүе ихтимал. Мәҫәлән, фолий кислотаһы һәм В12 витамины етешмәгәндә, кеше үҙендә даими арыу-талсығыу тоя , хәтере һәм иғтибары тарҡаулана, ҡуҙғыусанға әүерелә, аппетиты юғала.
Әгәр ҙә хәүеф төркөмөндә торһағыҙ, насар туҡланһағыҙ, сәләмәт тормош алып бармаһағыҙ , витаминдар ҡулланырға кәрәк. Был осраҡта ла үҙ белдегең менән контролһеҙ рәүештә витаминдар ҡулланырға ярамай, табип менән мотлаҡ кәңәшләшергә кәрәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова