Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Март 2021, 20:00

Ябай һыу ғына тимәгеҙ...

Америкалағы Колорадо университеты ғалимдары яңы тикшереүҙәр үткәргән.

Белдереүҙәренсә, ҡәҙимге эсәр һыу шәкәр диабетына килтергән гормонды “баҫырға” һәм артыҡ тән ауырлығына ҡаршы торорға ярҙам итеүе мөмкин. Тикшереүҙәр авторы Мигель А. Ланаспа метаболизм синдромлы кешеләрҙә вазопрессин кимәленең ниңә юғарыраҡ икәнлеген асыҡларға теләгән. Был матдә организмда һыуҙы тейешле кимәлдә тотоу өсөн яуап бирә.

Лабораторияла сысҡандарҙы тикшергән ваҡытта татлы һыуҙың гормонды эшкәртеүе, ә уның үҙ сиратында глюкозалы һыуҙы майға әйләндереүен асыҡлаған. Һөҙөмтәлә был хәл тән ауырлығының артыуына һәм һыуһыҙланыуға килтергән. Әгәр сысҡандар ҡәҙимге һыуҙы эсһә, метаболизм синдромы кәмегән.

Һыу булмаһа, вазопрессин дымлылыҡты тәьмин итеү маҡсатында уны һаҡлай. Шулай итеп, “һыу терапияһы” метаболизм синдромы эҙемтәләре менән көрәштә һәр кем файҙалана алырлыҡ һәм һөҙөмтәле ысул булырға мөмкин.

Таҙа һыу эсеү – гормондың организмға тәьҫирен туҡтатыу ул. Синдромдың билдәләре иһә – шәкәр кимәле һәм триглицеридтар, шулай уҡ юғары ҡан баҫымы. Бындай осраҡта табип менән кәңәшләшергә һәм һыуҙы файҙаланыуҙы арттырырға кәрәк, тип белдергән ғалимдар.

Фото: zaxid.media
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА