Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
2 Март 2021, 18:00

Хатта төҫтөң дә тәьҫире бар

Ғалимдар билдәләүенсә, йәшелсә-емештең төҫөнә ҡарап та файҙаһы була икән.

Һары төҫ кәйефте һәм аппетитты күтәрә, гармонияла йәшәргә ярҙам итә. Ә бына ошо төҫтәге барлыҡ цитрустарҙа, персик, ҡауын, өрөк, хөрмә, кишер, ҡабаҡ, бороста С витамины, бета-каротин, пектин, антиоксиданттар күп. Был емеш-йәшелсә күреү һәләтен яҡшыртырға ярҙам итә, тирене киптермәй, йөрәк һәм иммун системаларын нығыта, яман шеш үҫеү хәүефен кәметә, аш һеңдереү юлдары һәм бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, лимфосистеманы әүҙемләштерә.

Аҡ төҫтәге йәшелсәләргә һарым­һаҡ, һуған, картуф, аҡ ҡауын, пастернак, сельдерей һәм петрушка тамыр­ҙары, кәбеҫтә һәм аҡ спаржа инә. Тыштан ҡара, эстән аҡ булғандары – иң файҙалыһы. Был йәшелсәләр тынысландырыу көсөнә эйә, иммун системаһын нығыта, кәүҙә ауырлығын контролдә тоторға ярҙам итә. Бауырҙы токсиндарҙан таҙарта, тиренең һау-сәләмәт булыуына йоғонто яһай. Уларҙағы кверцетин тигән матдә сирҙәргә ҡаршы тороу һәләтенә эйә.

Йәшел төҫтәге киви, авокадо, лайм, артишок, спаржа, ҡыяҡлы тәмләткестәр, ташҡабаҡ, борсаҡ, алма, виноградта лютеин, кальций кеүек күп витаминдар бар. Улар күреү һәләтен, һөйәктәрҙе, теш­тәрҙе нығытыуға, бауыр эшмәкәр­легенә ярҙам итә. Был йәшелсә-емеш составындағы хлорофилл организмдағы токсиндарҙы сығара, насар холестериндың кимәлен кәметә, эсәктәрҙе бактериялы инфекцияларҙан һаҡлай, организмды тонуста тоторға булышлыҡ итә.

Шәмәхә төҫтәге ҡара ҡарағат, көртмәле, виноград, слива, баклажан, картуф, ҡара борос, ҡара һәм күк бөрлөгәндең аллергияға ҡаршы тороу көсө бар. Бетанидин тигән матдә Е витаминын үҙләштерергә ярҙам итә. Ә ул тире һәм сәсте яҡшыртып, организмды йәшәртеү һәләтенә эйә, айырыуса ауырлы ҡатындарға кәрәк. Шулай ҙа был йәшелсә-емеш менән һағыраҡ булыу талап ителә — аллергия тыуҙырыуы ихтимал.

Ҡыҙыл төҫтәге еләк, сөгөлдөр, помидор, редис, борос, һуған, алма йәшәү көсө һәм энергия бирә. Уларҙа антиоксиданттар һәм С витамины бар. Йөрәк-ҡан тамыр­ҙары системаһын нығыта, холестерин төйөндәре барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә, яман шештең үҫешен баҫа, ҡартайыуҙы кисектерә.

Йәнә шуға ла иғтибар итергә кәрәк: ҡыҙыл төҫтәге йәшелсә-емеште аллергиянан, юғары ҡан баҫымынан интеккәндәргә, тиҙ ҡуҙғып барған кешеләргә һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА