Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
10 Февраль 2021, 20:00

Һарымһаҡтың файҙаһы һанһыҙ

Халыҡ араһында ҡуланылған был рецептарҙың, бәлки һеҙгә лә кәрәге тейер. Унда түбәндәге юлдар бар:“Һеҙҙең йортта һарымһаҡ нимә эшләй? Шкаф эсендә кибеп ятамы? Ә бит тәбиғәт тарафынан бирелгән ошо мөғжизә сәләмәтлегебеҙгә ифрат ҙур файҙа килтерә ала.

Борон-борондан был үҫемлек күп сирҙәргә дауа, тип иҫәпләнгән. Һыуыҡ тейҙеме? Туҡмас бешерегеҙ ҙә ҡырылған һарымһаҡ һәм тоҙ менән бутап, эҫе килеш ашағыҙ. Ул тирләргә ярҙам итәсәк, организмды дезинфекциялаясаҡ.
Күҙегеҙгә арпа сығып килгәндә лә һарымһаҡ ярҙамға ашыға. Бының өсөн күҙ ҡабағын йоҡаҡ ҡына шекәрәһенән таҙартылған һарымһаҡ менән ышҡырға кәрәк.
Балаға тимрәү сыҡһа, бына ошолай эшләргә кәңәш итәм: уртаса һарымһаҡтың биш бүлкәтен ҡырғыстан үткәрегеҙ, бер ҡалаҡ глицерин өҫтәгеҙ, бер аҙ төнәткәндән һуң, проблемалы урынға һөртөгөҙ. Өс көн ошоно әүҙем генә эшләһәгеҙ, тимерәү юҡҡа сығыр.
Тешләнгән йә эренләгән урынды һарымһаҡ һәм бал ҡушып эшләнгән ҡатнашма менән эшкәртергә мөмкин. Бының өсөн бер баш һарымһаҡҡа 50 грамм бал алырға кәрәк. Көн һайын яраны ҡабаттан бәйләгеҙ.
Баш ауыртҡанда, һарымһаҡтан бутҡа эшләп, сикә тирәләренә марляға урап ҡуйығыҙ.
Тырнаҡ аҫтына бәшмәк эйәләгән икән, һарымһаҡтың иҙелгән бутҡаһына аҡ май ҡушып, ҡатнашма эшләгеҙ. Төнгөлөккө нәски кейеп ятығыҙ. Был сара бәшмәкте ун көн самаһында юҡҡа сығара”, тип яҙған уҡыусыбыҙ.
Фото: kulinarissimo.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева