Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
8 Февраль 2021, 18:00

Февраль айында нимә сәсергә була

Күп баҡсасылар яҙғы эштәр башланыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Үрсетмә ултыртыу уйы ҡыш уртаһында уҡ килә башлай.

Ҡыш һуңында үрсеү осоро оҙайлы булған үрсетмәләрҙе ултыртыу уңышлы йәиһә бындай үҫемлектәрҙе баҡсасының сығарып ултыртырға теплицаһы булған ваҡытта ғына үҫтереү мөмкин. Бөгөн беҙ гәзит уҡыусылар менән февраль айында ултыртырға мөмкин булған сәскә һәм еләк культуралары хаҡындағы мәғлүмәт менән уртаҡлашабыҙ.
Баҡса еләге
Ваҡ емеш биргән баҡса еләге төрҙәрен (Руяна, Барон Солемахер, Александрия) сәскәнгә тиклем уларҙың үҫеүен тиҙләтеү өсөн орлоҡтарҙы билдәле бер температурала оҙайлы тоторға кәрәк. Орлоҡ һалынған ҡапты һыуытҡыс ишегендәге кәштәһенә һалып ике-өс аҙна тоторға мөмкин. Орлоҡто ер менән күмергә кәрәкмәй, сөнки ул яҡтылыҡта шыта. Сәсеү менән һауытты лампа аҫтына урынлаштырырға. Шытып, үҫә башлау менән күсерергә ашыҡмағыҙ: йәш үҫентеләрҙең ҡороуы ихтимал. Тәүҙә ул яҡшылап тамырланырға тейеш.
Күп йыллыҡ дельфиниум
Был баҡса гөлөн үҫтереп ебәреү мәшәҡәтле генә. Орлоҡто ҡалын итеп туп-раҡ менән ҡапларға ярамай. Был осраҡта уларҙың шытып сыға алыуы икеле. Торф менән бер аҙ ҡаплап сығыу ҙа етә. Дельфиниум шытыу һәләтен тиҙ юғалта, шуға күрә яңыраҡ алынған орлоҡто ҡулланыу яҡшыраҡ. Орлоҡ сәселгән һауытты иң һалҡын тәҙрә төбөнә ҡуйығыҙ. Был сәскә эҫене яратмай. Ул +15 градуста ла шытыу һәләтенә эйә. Галахад, Розовая бабочка, Чёрный рыцарь сорттарын һайларға кәңәш ителә.
Ҡәнәфер
Төрөк ҡәнәфере икенсе йылын ғына һеҙҙе мул сәскәһе һәм хуш еҫе менән ҡыуандырасаҡ. Тәүге йылында ул йәшел үҫенте генә бирә. Ә бына Шабо орлоҡ тибы көҙ урталарына сәскәләре менән һөйөндөрә аласаҡ. Уның да орлоғон алдан һыуытҡыста йәки туңдырғыста стратификациялайҙар. Орлоҡтарҙан Оранжевый шербет, Пёстрая фантазия, Пурпурная (Шабо); Индийский ковёр, Супер Дюплекс микс кәңәш ителә.
Бегония
Бүлбеле һәм боливий сорттары өҫтәмә яҡтыртыу ярҙамында үҫтерелә. ампельная – Копакабана F1, Санта Круз, Триумф F1 һәм Америгибрид серияһынан эре сәскәле күп ҡатлы сорттары бик матур була.
Эустома
Был бик матур сәскә. Ҡыңғыраулы сәскәләре раузаға оҡшаған. Орлоҡто тупраҡ өҫтөнә сәсәләр. Шытып сыҡҡандан һуң үҫентеләргә 12 сәғәтлек яҡтылыҡ кәрәк, шуға ла ул өҫтәп яҡтыртыла. Йәш үҫентенең үҫеүҙән туҡтап тороуы бар: был – ғәҙәти күренеш һәм ваҡытлыса. Шулай итеп үҫенте тамыр ебәрә, артабан хәл үҙгәрәсәк.
Виола
Халыҡ телендә Анютины глазки тип йөрөтөлгән был иҫ китмәле матур сәскә беҙгә күптәнән таныш. Уның сорттары һәм төҫтәре бик күп. Асыҡ урындан тыш, уны контейнерҙарҙа ла үҫтерергә мөмкин. Әгәр виоланы февралдең тәүге көндәрендә сәсһәң, май урталарына ул сәскәгә бөрөләнәсәк.
Петуния
Был сәскәнең матурлығына иртәрәк һоҡланырға теләһәгеҙ, уны ҡыш уртаһында уҡ сәсергә кәңәш ителә. Уның орлоҡтары бик ваҡ һәм ергә күмеүҙе талап итмәй. Бары шытҡандан һуң ғына ҡоро торф менән еңелсә ҡапларға мөмкин.
Колеус
Был сыбар гөлдө өйҙә лә, баҡсала ла үҫтерергә мөмкин. Орлоҡтары яҡтылыҡта шыта. Әммә ҙурайған гөлдөң артабан буйға ныҡ тартылыуы ихтимал, был осраҡта уның башын киҫеп, уны яңынан ултыртыу хәлде үҙгәртәсәк.
Эштәрегеҙ уң, баҡсағыҙ гөл-сәскәгә мул булһын!
Асыҡ сығанаҡтарҙан.