Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
10 Декабрь 2020, 16:00

Өфөлә «Ҡала легендалары» мобиль гид-ассистенты эш башлай

Өфө буйлап «Ҡала легендалары» мобиль гид-ассистенты» проекты Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса комитетында хуплау тапты, хәҙер ул Өфө хакимиәте менән берлектә тормошҡа ашырыла.

Гид-ассистент – республиканың баш ҡалаһы ҡунаҡтары, шулай уҡ унда даими йәшәүселәр өсөн дә файҙалы мобиль мәғлүмәт сервисы. Уның ярҙамында Өфөнөң тарихы, мәҙәниәте һәм хәҙергеһе менән танышырға мөмкин.
Мобиль сервиста төрлө функциялар, шул иҫәптән фото-, видео- һәм аудио-форматтарҙа ҡаланың айырым иҫтәлекле урындарының презентацияһы, VR/AR-, видео- һәм аудио-контент менән әҙер тематик мультимедиа эскурсиялар, навигация оҙатыуы бар. Сервистың интерфейсы рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә була.
Сергей Николаев