Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
30 Ноябрь 2020, 12:49

Башҡортостанға аномаль һыуыҡ яҡынлаша

Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд һүҙҙәренсә, һауа температураһы 20 градусҡа тиклем түбәнәйә.

«Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Әстрхан, Волгоград, Һарытау, Һамар өлкәләрендә, Башҡортостанда, Татарстанда һыуыҡ була. Екатеринбургта, Ырымбурҙа, Ҡурғанда, Новосибирскиҙа, Омскиҙа, Томскиҙа ла һалҡын. Унда температура 20-25 градусҡаса түбәнәйә. Был, ысынлап та, һыуыҡ, әлбиттә», — тип Вильфандтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Ләкин синоптик республикала һыуыҡ көндәрҙең ҡасан башланасағын әйтмәне, шулай ҙа термометр бағанаһының норманан 5-10 градусҡа түбәнәйәсәген билдәләне.
Сығанаҡ: "Башинформ".