Халыҡ оҙаҡламай ҡыш етә, һауа температураһы түбәнәйә тип, ҡоштарҙың яҙмышы өсөн борсола. Улар фекеренсә, бер ҡоштоң ҡанаты ызғарланған.
“Беҙ уларҙы көн дә ашатып торабыҙ. Тик быуа көндән-көн туңа бара. Улар һәләк булыр тип ҡурҡабыҙ”, – ти Мөслим халҡы.
Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль идаралығы белгесе Рим Әйүпов былай тип яуап бирҙе:
“Яңы Мөслим ауылы халҡына ҡоштар һәләк булыр тип борсолорға кәрәкмәй. Аҡҡоштар оя ҡорған ерҙәрендә көҙҙөң һуңғы көнөнә, ҡыш башланыуға тиклем, ҡалырға мөмкин. Тығыҙ ҡауырһын һәм тотороҡло термокөйләү ҡоштарға ҡыштың тәүге һыуыҡтарын үткәрергә ярҙам итә. Өҫтәүенә, уларҙың ҙур ҡанаттары, тәүлек эсендә бик күп ерҙе үтеп, шәберәк осорға мөмкинселек бирә. Бүтән ҡоштарҙың бындай һәләте юҡ, шуға ла улар йылы яҡҡа иртәрәк китә.
Әгәр ҙә йәрәхәтләнгән, оса алмаған ҡошто күрергә тура килһә, был турала Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына йә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәбәр итергә кәрәк. Беҙ оса алмаған ҡоштарҙы Силәбе реабилитация үҙәгенә ебәрәбеҙ.
Кешеләргә шуны оноторға ярамай, аҡҡоштар дәүләт һаҡлауы аҫтында тора. Уларҙы үлтереү, ояларын туҙҙырыу тыйыла.”
Аҡҡоштар тураһында мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгән арала Мөслим ауылы халҡы ҡоштарҙың осоп китеүе хаҡында хәбәр итте.