Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
27 Октябрь 2020, 23:05

Ҡабаҡтан ҡайнатма ҡайнатырға онотма

Ҡабаҡ - тәмле һәм файҙалы йәшелсә, унан ҡайнатма ла, һут та эшләйҙәр, халыҡ медицинаһында уның бөтә өлөштәрен дә файҙаланалар.

Ҡабаҡ орлоҡтары сей көйөнә файҙалыраҡ. Йомшаҡ өлөшө үт һәм бәүел ҡыуҙырыу сифатына эйә. Ҡабаҡ сәләмәтлекте һаҡлай, организмдағы витаминдар, микроэлементтар һәм минералдар ҡытлығын тулыландыра. Уның сағыу төҫө күҙ күреү һәләтен нығытыусы А-бета – каротин витаминына бай булыуы хаҡында һөйләй. Ҡабаҡ - аҙыҡ эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшыртыуға булышлыҡ итеүсе күҙәнәкле туҡыма сығанағы ла.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, уның организм өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. В төркөмө һәм Е, С, РР, Т витаминдары нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә, тынысландырыу, йоҡоно һәм хәтерҙе яҡшыртыу үҙенсәлегенә эйә. Арыу-талсығыуҙан, ҡуҙғыусанлыҡтан арынырға ярҙам итә. С витамины һытҡыларҙан ҡотолдора, тырнаҡ һәм сәстәрҙе нығыта, А һәм Е витаминдары иртә ҡартайыуҙы һәм йыйырсыҡтарҙы иҫкәртә. Каротинды электән үк тәбиғи антибиотик тип йөрөтәләр, ә К витамины ҡан ойошоусанлығын яҡшырта. Йәшелсә орлоҡтары эсәк паразиттарынан ҡотолорға ярҙамлаша, ә һуты һыуыҡ тейгәндә бик файҙалы. Әммә үтә файҙалы йәшелсәнең дә кире сифаттары булыуы билдәле.
Аллергия, шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә, ашҡаҙан ауырыуҙары менән яфаланғандарға ҡабаҡты йыш ашауҙың зыян килтереүе ихтимал.
Фото:Fermilon.ru
Автор: Дина Арсланова